a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал

Класс сәғәте дәресе. Тема: Аҡса иҫәп ярата.

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2019-12-05 20:50:38

Тема:  Аҡса  иҫәп  ярата.

Маҡсат:

  • Уҡыусыларға башланғыс финанс белем биреүҙе дауам итеү;
  • Тормошта аҡса менән  эш  итеүҙе өйрәтеү аша уға  һаҡсыл  ҡараш тәрбиәләү;
  • Аҡыллы һәм  аңлы  йәшәргә өйрәтеү.

Дәрес  барышы:

  1. Психологик инеш.
  • Кәйефтәр нисек? Кәйефтәрҙе  күтәрә  торған  әйбер  тураһында  һөйләшәбеҙ.
  1. Мотивация.

Һандыҡта  аҡса.

  • Был һандыҡта ятҡан әйбергә кемдер  табына,  кемдер ләғнәт  уҡый, кемдер  уны  күп  булһа  ине, ти, кемдер “эй, ул  булмаһа  ла  йәшәргә була”, ти, әммә  эстән  генә  “барыбер  унһыҙ  йәшәүе  ҡыйын”,ти. Сөнки  беҙ  уны  бөтәбеҙ  ҙә  яратабыҙ, ул  бөтәбеҙгә  лә  кәрәк. Нимә ул  беҙҙе илатҡан да, йырлатҡан да, хатта  ҡайсаҡ  ҡайғыларға  һалған, йәшәткән дә  әйбер?
  • Тимәк беҙ бөгөн нимә  тураһында  һөйләшәбеҙ?  ТЕМА (слайд)
  • Тема буйынса эшләү.
  1. “Аҡса” һүҙен  ишетеү  менән  ниндәй  ассоциациялар  тыуа?
  2. Эпиграф:

Аҡса  етмәй. Был  мәңгелек  һорау

Тәңкәләргә  тейә  көн  һайын.

Әгәр етһә,  уның  исеме  лә

Аҡса  булмаҫ  ине, моғайын. (Мәүлит  Ямалетдин.)

  1. Әңгәмә. “Нимә ул  аҡса?”  СЛАЙД

Аҡсаға тиклем тауарҙы тауарға алмаштырыу таралған булған тип һанала. Төрлө төбәктәрҙә аҡса сифатында төрлө тауарҙар ҡулланғандар:

  • Океанияутрауҙарында һәм Американың ҡайһы бер ҡәбиләләрендә ҡабырсаҡтар һәм ынйы файҙаланылған ,
  • Яңы Зеландияла— уртаһы тишек таштар,
  • күпселек илдәрҙә — мал, тире ,
  • Рустә быларҙан тыш — тоҙ киҫәктәре,
  • һуңғараҡ — төрлө металл киҫәктәре ҡуллана башлағандар.

Башҡорттарҙа аҡса ролен мал, ҡиммәтле йәнлек тиреһе (тин һүҙе тейендән килеп сыҡҡан; мал шул уҡ муллыҡ, байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен бирә) үтәгән.

Аҡса  тураһында  закон  да  бар!!!  Белешмә  өсөн” СЛАЙД

  1. Аҡса тураһында халыҡ һүҙе:

Аҡса барҙа бары ла дуҫ.

Аҡса бөткәс, аҡыл керә.

Аҡса кешене  кешегә ят   итә.

Аҡсаның күҙе юҡ.

Аҡсаң бөттө – ҡәҙерең бөттө.

Аҡсаңды  юғалтһаң да, аҡылыңды  юғалтма.

  1. – Финанс белем  кемгә кәрәк?  Ҡағиҙәләр төҙөргә!!! 

Рәйлә  Наиловнаға  һүҙ !!!!

  • Ғаилә бюджетын  иҫәпләргә  (телдән!)
  • Ә хәҙер йәшәү минимумын ҡарап китәйек. СЛАЙД.
  • Һеҙҙең ғаилә бюджеты нормаламы?  Нисек  аҡса табырға? Нисек өҫтәмә аҡса  эшләргә була? (ЯУАПТАР)
  • Һығымта: Ғаилә бюджетын планлаштырырға кәрәк!
  1. Бәхәсле ситуациялар  ҡороу.

“Күптәр  хәҙер хеҙмәт менән  түгел, хикмәт  менән  аҡса  табалар”

  • Ошо мәҡәлгә  ярашлы  төрлө  ситуациялар, миҫалдар  килтерергә!!!
  1. Финанс  пирамидалары  тураһында.
  2. Һығымта:
  • Ҡағиҙәләр (уҡырға)
  • Шиғырҙар (СЛАЙД)

 

 

 

Документы для скачивания