a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

«Йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур» (Б.Ноғомановтың “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәте. Сағыштырыу тураһында төшөнсә)

Автор: Исхакова Лилия Вакильевна Опубликовано: 2016-01-15 14:39:12

Тема: « Йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур »( Б. Ноғомановтың “Й ыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәте. Сағыштырыу тураһында төшөнсә) Маҡсат: уҡыусыларҙың йыл миҙгелдәре тураһындағы алған белемдәрен тәрәнәйтеү, ошо темаға бәйләнешле һүҙлек запасын арттырыу; Б. Ноғомановтың “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәтенән алынған өҙөк йөкмәткеһен үҙләштереү; сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү һәм алған белемде нығытыу күнекмәләре булдырыу; йыл миҙгелдәренең үҙ матурлығы, кеше тормошондағы роле тураһында әңгәмәләшеү аша уҡыусыларҙың ижади һәләтен һәм фекер йөрөтөү ҡеүәһен үҫтереү. Йыһазландырыу: компьютер, проектор, ватман, фломастерҙар, текст яҙылған карточкалар. Алдан әҙерлек: уҡыусыларға әкиәттән алынған өҙөктәрҙе биреү. Дәрес барышы Ойоштороу мәле. Психологик комфорт тыуҙырыу. Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ, кәйефтәр шәп булһын өсөн, бер- беребеҙҙе сәләмләйек һәм йылмайыу бүләк итәйек. Уҡыусылар: Һаумыһығыҙ, уҡытыусым! Сәләм, дуҫтар, иптәштәр! Аң- белемгә ынтылғанда, Уң булһын беҙҙең эштәр! I I. Мотивация тыуҙырыу. “Бүләк кемгә? ” исемле башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләү( ролдәр уҡыусыларға алдан бүлеп бирелә) . Уҡытыусы: Бер мәл ҡояш йылдың дүрт миҙгелен- көҙҙө, ҡышты, яҙҙы һәм йәйҙе үҙенә саҡырып алған. - Һе ҙҙ ең ҡайһығы ҙ матурыраҡ, ҡайһығы ҙ эштә батырыраҡ? Шуға бүләк бирәм, - тигән. Ә бүләк бик затлы икән. Ҡ ояш, ус тултырып, йондо ҙ бирергә уйлаған. 1- се уҡыусы( көҙ ролендә) : Һүҙҙе көҙ башлаған: Ү ҙ еге ҙ яҡшы беләһеге ҙ, мин баҫыу ҙ ар ҙ ың уңышын йый ҙ ым. Бөтә донъяны алтынға күмдем. Ҡ оштар ҙ ы йылы яҡҡа о ҙ аттым. Балалар ҙ ы мәктәпкә йый ҙ ым. Бүләк миңә булырға тейеш! 2- се уҡыусы( яҙ ролендә) : Әллә минең эшем а ҙ мы? - тигән я ҙ. - Мин бөтә ҡар- бо ҙҙ ар ҙ ы иреттем. Баҫыу ҙ арға иген сәстем. Ағастар ҙ ан япраҡ яр ҙ ырттым. Яланды сәскәгә күмдем. Арала иң матуры ла, иң эшлеклеһе лә мин! - тигән ул. 3- сө уҡыусы( йәй ролендә) : Әй, әй, - тигән йәй, - мине тыңлағы ҙ әле. Мин донъяны йәшеллеккә күмәм. Сәскәләр үҫтерәм. Игендәр ҙ е өлгөртәм. Ем е штәр ҙе бешерәм. Әллә мин иң матурығыҙ түгелме? 4- се уҡыусы( ҡыш ролендә) : Артыҡ күп түгел минең эш, - тигән тыйнаҡ ҡыш. - Мин ер ҙ е ял иттерәм. Киләһе уңыш өсөн ҡар ҙ ар ташыйым. Донъяны ап- аҡҡа буяйым. Балалар ҙ ы сана, саңғы шыуырға саҡырам. Мин дә йәмһе ҙ түгел, минең шыршыларымды, ҡар бөртөктәремде, мамыҡ бәҫтәремде яраталар. Уҡытыусы: Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Ҡояш бүләкте кемгә биргән икән? ( уҡыусыларҙың яуаптары тыңланыла) . Уҡытыусы: Ә бына әкиәтте халыҡ ошолай тамамлаған: “ Ҡояш тыңлап- тыңлап торған да бүләкте был дүртәүҙең береһенә лә бирә алмаған. Йондо ҙҙ ар ҙ ы ул күккә һипкән. " Барығы ҙ ға бер ҙ әй тиге ҙ булыр! " - тигән. Йондо ҙҙ ар я ҙ ҙ а, йәй ҙ ә, кө ҙ ҙ ә, ҡыш та балҡып яна ”. Ни өсөн айырып ҡына ҡайһылыр бермиҙгелгә бирмәне икән ул бүләген? Ә һеҙ ниндәй миҙгелде яратаһығыҙ һәм ни өсөн? ( уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашалар) . III. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Уҡытыусы: Аңлауығыҙса, беҙҙең артабанғы һөйләшеү нимә тураһында буласаҡ инде? Уҡыусылар: Йыл миҙгелдәре IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы тема үҙләштереү. Уҡытыусы: Дөрөҫ. Ә хәҙер Барый Ноғомановтың “Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәтенән алынған “Йәйбикә менән Көҙбикә” исемле өҙөк йөкмәткеһе менән танышып китәйек. 1) Дәреслектә бирелгән был өҙөктө уҡыусылар үҙ аллы үҙләштерәләр. 2) Һүҙлек эше башҡарыу( һүҙҙәр проектор аша күрһәтелә) : һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу Хуш еҫ – тәмле еҫ; душистый запах Борғо – горн Тәжрибә – опыт Сарсау – ныҡ һыуһау; сильно жаждать Ҡура – аҙбар, һарай; хлев, сарай Һый – угощение Муллыҡ – байлыҡ; благосостояние Егәрле – эшсән; трудолюбивый Төркөмдәр менән эш: к ластағы уҡыусылар 4 төркөмгә бүленә. Һәр төркөм үҙҙәренә тәғәйенләнгән эште башҡара. 1- се төркөм: Йәйбикә тураһында уҡып сығырға һәм һөйләргә әҙерләнергә. 2- се төркөм: Көҙбикә тураһында уҡырға һәм һөйләргә әҙерләнергә. 3- сө төркөм: ватман битендә фломастерҙар менән Йәйбикәнең һүрәтен төшөрөргә. 4- се төркөм: ватман битендә фломастерҙар менән Көҙбикәнең һүрәтен төшөрөргә. 4) Һәр төркөмдөң эше тикшерелә( 2 уҡыусы һөйләй, һүрәттәр магниттар ярҙамында таҡтаға эленеп ҡуйыла) 5) Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар бирелә һәм уҡыусыларҙың йөкмәткене үҙләштереү кимәле асыҡлана. Уҡытыусы: Барый Ноғоманов ҡайһы миҙгелгә өҫтөнлөк бирә үҙ әҫәрендә? Яуап: Ул бер миҙгелгә лә өҫтөнлөк бирмәй. Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, файҙаһы булыуы тураһында һөйләй. Уҡытыусы: Йыл бабай дүрт ҡыҙын оло табынға йыя. Табындың уртаһында ҙур карауай икмәк тора. Ни өсөн? Был икмәк кемдең хеҙмәт емеше ул? Яуап: Икмәк – ул бөтәһенә лә баш. Унһыҙ кеше йәшәй алмай. Ә был икмәкте үҫтереүҙә кешеләрҙең генә оло хеҙмәте һалынмаған, сөнки икмәк үҫһен өсөн ямғыр ҙа, ҡар ҙа, ҡояш та кәрәк. Шулай булғас, икмәк – ул Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙының да хеҙмәт емеше. Уҡытыусы: Дөрөҫ, балалар. Миҙгелдәр бер- береһе менән ныҡ бәйләнгән, дүрт туғандай улар. Автор миҙгелдәрҙе матур итеп һүрәтләп бирә алған, уның һүрәтләүе ярҙамында һеҙҙең күҙ алдығыҙға Йәйбикә һәм Көҙбикәнең образдары килеп баҫты. Шағир уларҙы һүҙҙәр ярҙамы менән, ә һеҙ буяуҙар менән бирҙегеҙ. Телмәребеҙҙе матур, яңғырашлы итәйек тиһәк, беҙ һүрәтләү саралары менән таныш булырға тейешбеҙ. Шуларҙың иң ябайын һәм киң ҡулланылғанын бөгөн ҡарап китәбеҙ. V. Теоретик материал. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү. Экранда шиғыр өҙөктәре бирелә. Көҙгө урман. Ағастарҙан Алтын япраҡ ҡойола. Зәңгәр күктән парашюттар Төшкән кеүек тойола. ( А. Йәғәфәрова) Выжлап саңғы шыуабыҙ Мамыҡтай ҡар өҫтөндә. Һеҙ ҙә саңғы шыуығыҙ, Саңғы тәнгә көс бирә! ( Ғ. Ғүмәр) 2) Бирелгән өҙөктәрҙе уҡыусыларҙан тасуири уҡытыу. Уҡытыусы: Ни өсөн был өҙөктәрҙәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙылған тип уйлайһығыҙ? ( уҡыусылар уҡытыусы ярҙамында уларҙың сағыштырыу икәнен билдәләргә тейештәр) . Уҡытыусы: Ә сағыштырыу ни өсөн кәрәк? Сағыштырыуһыҙ ғына биреп булмаймы ни әйтер һүҙҙе? Яуап: Сағыштырыу берәй ваҡиғаны, күренеште, әйберҙе тулыраҡ итеп күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Сағыштырыуһыҙ биреп була, әлбиттә, тик ул саҡта һүрәтләнгән әйбер( күренеш, ваҡиға) үтә ҡоро ғына килеп сығыр ине, һәм уның уҡыусыға булған тәьҫире лә көслө булмаясаҡ. Уҡытыусы: Ә был сағыштырыуҙар нисек яһалған? ( уҡыусылар үҙҙәре әйтеп бирергә тейеш) Экранда сағыштырыуҙың яһалыу юлдары күрһәтелә. Сағыштырыу Һүҙҙәр ярҙамында Ялғауҙар ярҙамында кеүек һымаҡ шикелле әйтерһең дә гүйә төҫлө ише булып- дай/ - дәй- тай/ - тәй- лай/ - ләй- ҙай/ - ҙәй Б. Ноғомановтың әҫәренән сағыштырыуҙы табыу: Әйтерһең дә, сөм- ҡара күҙ- Ҡарағат та өлгөргән. VI. Ғәмәли эштәр. Сағыштырыу тураһында үтелгәнде үҙләштереү кимәлен асыҡлау һәм нығытыу маҡсатында карточкалар менән эш башҡарыу. Эш: бирелгән текста сағыштырыуҙарҙы табыу һәм аҫтарына һыҙыу( эштәр тикшереү өсөн йыйып алына) Алтын көҙҙө яратам. . . — Булат, тәҙрәгә ҡара әле! Бөгөн көн ниндәй матур. Сыуаҡ, үҙе йылы. Бөтөн донъя һарыға, ҡыҙылға мансылған, — тип һоҡланды Бикә. —Тәбиғәт — үҙе бер мөғжизәләр донъяһы. Анау миләште ҡара әле. Меңәрләгән ҡыҙыл япраҡтары ялҡын кеүек күҙҙең яуын ала! — тине Булат. — Ә уның емештәре! Әйтерһең, баҙлап торған ҡып- ҡыҙыл ҡуҙ. — Бик матур әйттең. Ул миләш ҡыҙыл алҡалар таҡҡан ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙ кеүек. — Ә унан арыраҡ торған ҡайынды күр. . . Япраҡтары ваҡ ҡына алтын тәңкәләрме ни! — Беҙ иртәгә синыф менән урманға экскурсияға барабыҙ, онотманыңмы? — тине Бикә. Булат менән Бикә көҙҙөң матурлығына оҙаҡ һоҡландылар. Был һөйләшеү уларҙың кәйефен күтәреп ебәрҙе. VII. Рефлексия. Дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Үҙегеҙ өсөн ниндәй яңылыҡ белдегеҙ? һ. б. Ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме? Уҡытыусы: Һеҙ тәбиғәттең һәр миҙгелендә барған үҙгәрештәрҙе күрә белергә, уны күҙәтергә һәм ошо күҙәтеүҙәр нигеҙендә барлыҡҡа килгән тәьҫораттарығыҙҙы башҡаларға матур ҙа, йәнле лә итеп еткерә белергә тейешһегеҙ. Уның өсөн телмәрегеҙ дөрөҫ, һүҙҙәргә, төрлө һүрәтләү сараларына бай булырға тейеш. Киләһе дәрестә көҙгө тәбиғәт ҡосағына экскурсияға барасаҡбыҙ. VIII. Өйгә эш биреү. 1) сағыштырыу тураһында төшөнсәне ҡабатларға; 2) Н. Иҙелбайҙың “Дүрт миҙгел”, Р. Ғариповтың “Торналар” шиғырҙарын уҡырға, сағыштырыуҙарҙы табырға. IX. Баһалау.

Оставить комментарий: