a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

Башҡортостан тарихы буйынса тест

Автор: Муллашев Расих Ишмурзович Опубликовано: 2016-02-07 19:03:09

Башҡортостан тарихы

1900-1919 йылдар

  1. Башҡортостан тарихы: XX быуат. – Өфө:Китап, 2007 дәреслегенең авторы.

а) Ирек Аҡманов;

б) Әнүәр Әсфәндиәров;

в) Марат Ҡолшәрипов;

г) Нияз Мәжитов.

 

  1. XX быуат башында Башҡортостан ерҙәре ниндәй административ берәмектәр составына ингән?

а) край;

б) өлкә;

в) республика;

г) губерна.

 

  1. XX быуат башында ниндәй завод булмаған?

а) Ишембай;

б) Богоявлен;

в) Тирлән;

г) Әүжән.

 

  1. Рус яҙыусыһы Л.Соболев ниндәй романды уҡымайынса башҡорттарҙың егерменсе быуат башындағы тормошон белеп булмай тигән?

а) Дауыт Юлтый «Ҡан»;

б) Һәҙиә Дәүләтшина «Ырғыҙ»;

в) Зәйнәб Биишева «Кәмһетелгәндәр»;

г) Ғайнан Хәйри «Боролош».

 

  1. Н.П.Брюханов, А.Д.Цюрупа, И.С. Якутов, М.С.Кадомцев, А.И.Свидерскийҙар кемдәр ул?

а) эсерҙар;

б) кадеттар;

в) завод хужалары;

г) большевиктар.

 

  1. 1905-1907 йылдарҙағы революция осоронда кем  эшсе депутаттарының Өфө Советы рәйесе итеп һайлана?

а) Караметдин Сәйфетдинов;

б) Иван Якутов;

в) Б.Н.Нимвицкий;

г) А.К.Евлампиев.

 

  1. Кем ул алпауыт?

а) өйәҙ башлығы;

б) полицейский;            

в) помещик;

г) террорист.

 

  1. Мәҙрәсәләрҙе һәм улар урынлашҡан ҡалаларҙы тура килтереп яҙығыҙ.

«Ғәлиә»

  1. Өфө

 

«Хөсәйениә»

  1. Ырымбур

 

«Рәсүлиә»

  1. Ҡазан

 

«Ғосмания»

  1. Өфө

 

«Мөхәммәҙиә»

  1. Троицк

 

 

  1. Мәҙрәсәләрҙә яңыса, доньяуи  уҡытыу методикаһы нисек атала?

а) ҡәҙимселек;

б) суфыйсылыҡ;

в) яңәлиф;

г) йәҙитселек.

 

  1.  Нисәнсе йылда Өфөлә Уҡытыусылар институты асыла?

а) 1905 й.;

б) 1907 й.;

в) 1909 й.;

г) 1911 й..

 

  1.  Кем «Шура» журналы редакторы  булған?

а) Ризаитдин Фәхретдинов;

б) Мифтахетдин Аҡмулла;

в) Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев;

г) Мәжит Ғафури.

 

  1.  Шәхестәрҙе һәм улар ижад иткән өлкәне тура килтерегеҙ

Вәли Мортазин-Иманский                                      Йыр

Ҡасим Дәүләткилдиев                                             Рәссам

Ғәзиз Әлмөхәмәтов                                                  Шағир

Фазыл Туйкин                                                          Режиссер

 

  1.  Өфөнөң һуңғы генерал-губернаторы кем булған?

а) А.И. Верниковский;

б) П. Башилов;

в) П. Коропачинский;

г) И. Әхтәмов.

 

  1.  Губревком рәйесе.

а) А.Д.Цюрупа;

б) А.И. Свидерский;

в) Н.П. Брюханов;

г) А.Ф.Керенский.

 

  1.  1917 йылдың аҙағында Ырымбурҙа Советтарға ҡаршы хәрәкәттең башында кем тора?

а) Дутов;

б) Колчак;

в) Чеверев;

г) Деникин.

 

  1.  Ҡасан Башҡорт автономияһы иғлан ителә?

а) 1917 йыл 25 октябрь;

б) 1917 йыл 7 ноябрь;

в) 1917 йыл 11 ноябрь;

г) 1917 йыл 15 ноябрь.

 

  1.   Комуч, Себер хөкүмәте, Өфө директорияһы араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

а) улар аҡ гвардиясылар хөкүмәттәре;

б) большевиктарҙың дәүләт органдары;

в) Совет Рәсәйенең административ бүленеше;

г) Закон йыйынтыҡтары.

 

  1.  1918 йылда башҡортостан аша үткән рейдтың командиры?

а) Блюмберг;

б) Блюхер;

в) Фрунзе;

г) Чапаев

 

  1.  Башҡорт ғәскәре командирҙары

а) Шәйехзада Бабич, Ғөбәй Дәүләтшин;

б) Шәриф  Манатов,  Муллайән Халиков;

в) Шәһит Хоҙайбирҙин,  Баһау Нуриманов

г) Муса Мортазин, Ғәлимйән Таған.

 

 

 

 

 

Тест.

  1. Башҡорттар тураһында тәүге мәғлүмәттәр нисәнсе быуатта яҙылған?

а) VII

б) VIII

в) IX

г) X

  1.  Башҡорттар ниндәй халыҡ төркөмөнә ҡарай?

а) славяндар

б) төркиҙәр

в) германдар

г) латиндар.

  1. Башҡорттарҙың иң боронғо эпосы

а) Аҡбуҙат

б) Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу

в) Урал батыр

г) Иҙеүкәй менән Мораҙым.

  1. Сыңғыҙ хандан башҡорт ерҙәрендә идара итергә ярлыҡ алған бей

а) Ҡыпсаҡ

б) Төмән

в) Шәғәли Шаҡман

г) Мөйтән

  1. Ниндәй даруға (административ бүленеш) булмаған?

а) Өфө

б) Ҡазан

в) Нуғай

г) Уса.

  1. Башҡорттар ҡасан Рус дәүләтенә ҡушыла?

а) 1450-се йылдар

б) 1550-се йылдар

в) 1650-се йылдар

г) 1750-се йылдар

  1. Өфө ҡалаһына ҡасан нигеҙ һалына?

а) 1457

б) 1547

в) 1574

г) 1754

  1. Башҡорттарҙың  Рус дәүләте менән килешеү нигеҙендә ергә хоҡуғы нисек атала?

а) аҫабалыҡ

б) мәжүсилек

в) йәҙитселек

г) биләмәселек

  1. Ҡайһы батыр етәкселегендәге ихтилал алдараҡ булған?

а) Салауат Юлаев

б) Алдар Иҫәнгилдин

в) Батырша Ғәлиев

г) Ҡараһаҡал

  1. Башҡорттар Наполеонға ҡаршы һуғышҡа нисә полк төҙөп ебәрәләр ?

а) 12

б) 19

в) 28

г) 45

  1. Ҡасан Башҡортостанда идаралыҡтың кантон системаһы була?

а) 1646-1693

б) 1686-1723

в) 1725-1762

г) 1798-1865

  1.  Ҡасан Башҡортостан автономияһы иғлан ителә?

а) 1917

б) 1918

в) 1920

г) 1924

  1. Ҡасан БАССР төҙөлә?

а) 1918

б) 1919

в) 1920

г) 1921

  1.  БАССР-ҙың беренсе баш ҡалаһы?

а) Өфө

б) Стәрлетамаҡ

в) Ырымбур

г) Темәс

  1.  Ҡасан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә?

а) 1980

б) 1985

в) 1990

г) 1995

  1.  Ҡасан Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы йыйыла?

а) 1992

б) 1993

в) 1994

г) 1995

Коментарии
Врона написано 2017-11-07 06:39:00
Анаан
Ответить
Сынбулать написано 2018-05-13 18:17:04
Врона,
Ответить

Оставить комментарий: