Мостай Кәрим ижады
Документы для скачивания
Тема: Мостай Кәрим фәлсәфәһе Маҡсат: Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы менән танышыу, өйрәнеү, үҙ аллы үҙләштереү; Шиғырҙарҙың йөкмәткеһе аша теманы асыу, яңы белем алыу; Аралашыу, фекер алышыу аша. . толерантлыҡ, тормошто танып белеү күнекмәлрен формалаштырыу. Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, М. Кәримдең китаптарынан күргәҙмә. Дәрес барышы: Инеш. Психологик әҙерләү. Төҫлө түңәрәктәр ярҙамында кәйефте билдәләү. Белемдәрҙе актуалләштереү. Башҡортостандың йөҙөн күрһәтеүсе, данын таратыусы бөйөк шәхестәр кемдәр? Минеңсә. . . . . . ! ! ! ! Мотивация. Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә Ғүмер юлы тигән араны Уҙған саҡта, Йондоҙҙарҙай күреп, Мин күҙҙәргә ҡарап барамын, Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу Күҙҙәренә ҡарап барамын, – Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн, Йырҙарым да алдашмаҫ өсөн. М. Кәрим. 1963( 44 йәш) Һорау: Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Был һүҙҙәрҙе ниндәй кеше әйтә ала? Ул нимә турһында фәлсәфә һата? Ни өсөн был дәресте тап ошо шиғыр менән башланым? ( Темаға килеү) Төп өлөш. Теманы билдәләү: М. Кәримдең ғүмер тураһында фәлсәфәһе. Эшмәкәрлек картаһында эшләргә! ! ! Маҡсат ҡуйыу. Проблемалы һорау: Мин күҙҙәргә ҡарап барамын. Күҙҙәр( кластер) таҡтала! ! ! Шат, өмөтлө, моңһоу. Кеше Күҙҙәр тигән исемде ниндәй исем менән алмаштыра алабыҙ? Ниндәй кешеләргә ҡарата ҡулланып була был сифаттарҙы? ( Яуаптар) Артабан дәрес барышында яуаптар эҙләрбеҙ, һығымта яһарбыҙ. Ғәмәли эштәр. А) М. Кәрим тормошо һәм ижады буйынса төркөмдәрҙә эш. Эҙләнеү. М. Кәримдең һуғышҡа тиклемге тормошо һәм ижады. 1939 йылда бер шиғырында “Йәшәү – ижад, ижал – йәшәү тәме” тип яҙа. М. Кәримдең һуғыш осор ондағы тормошо һәм ижады. Мин һулармын, ерҙә дауыл Тынмаһа әгәр, Мин янырмын һуңғы йәшен Һүнгәнгә ҡәҙәр, – тип яҙа 1942 йылда “Тәҙрәңде ас та. . . ” шиғырында. М. Кәримдең һуғыштан һуңғы осор тормошо һәм ижады. Нимә белдегеҙ? Нимә алдығыҙ? ( Эшмәкәрлек картаһына яҙырға) Ял минуты. Б) Һуғыштан һуң( 1956) тормош, йәшәйеш тураһындағы уйҙарын үҙенән ишетәйек. ( “Йәшәйһе бар” шиғыры) - Йәшәү мәғәнәһен ниндәй һүрәтләү саралары аша биргән? ( Сағыштырыу. ) - “Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде” тигән һүҙҙәргә нисек ҡарай? - Йәшәү нимә ул? ( Бәйге) - Ә кеше был бәйгелә? - Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ. В) Ниндәй һығымта яһарбыҙ? “Алыҫ юлға эйәрләйҙәр” шиғырын уҡыу. Тормош мәғәнәһе тураһында нимә ти? Һығымта яһарға. Мәҡәлдәр: Тормош – диңгеҙ, ғүм е р – аҡҡан һыу. Ғүмер ҡыҫҡа, үткәрмә бушҡа. Ғүмер ике килмәй. Рефлексия. Бөгөнгө дәрестә нимә белдегеҙ? Киләсәктә бөгөн алған белемдәрегеҙ кәрәк булырмы? Йомғаҡлау. Баһалар. Үҙегеҙгә ниндәй баһалар ҡуйырһығыҙ? ( Түңәрәктәрҙе күтәреп күрһәтергә. ) Өйгә эш.