a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

6-сы кластың "Башҡорт теле" дәреслеге өсөн әҙерләнгән контроль-баһалау материалдары

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2016-05-17 21:07:02

Документы для скачивания

1- се тест. 5- се класта үтелгәндә р ҙе ҡабатлау. Синтаксис һәм пунктуация. I вариант. Һөйләм дең ниндәй киҫәктәр е була? А) баш киҫәктәр е; Б) эйәрсән киҫәктәр е; В) баш һәм эйәрсән киҫәктәр е; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 2. Эйә менән хәбәрҙән генә торған һөйләм нисек атала? А) тарҡау; Б) йыйнаҡ; В) ҡушма; Г) хәбәр. 3. Кемгә? Нимәгә? һорауҙарына яуап биреүсе һөйләм киҫәге нисек атала? А) аныҡлаусы; Б) х әл; В) эйә; Г) тултырыусы. 4. Һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла? А) нөктә, өтөр, һорау; Б) нөктә, өндәү, һорау; В) нөктә, һыҙыҡ, һорау; Г) нөктә, өндәү. 5. Нимә кешенең тамамланған уйын белдерә? А) һүҙ; Б) һүҙбәйләнеш; В) һөйләм; Г) дөрөҫ яуап юҡ. II вариант. Ниндәй һөйләм киҫәктәре һөйләмдең грам матик нигеҙе була? А) эйә менән аныҡлаусы; Б) хәбәр менән тултырыусы; В) эйә менән хәбәр; Г) аныҡлаусы менән тултырыусы. 2. Һөйләмдә предметтың берәй билдәһен, иҫәбен, күләмен асыҡлап килгән эйәрсән киҫәк нисек атала? А) аныҡлаусы; Б) тултырыусы; В) хәл; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 3. Эштең, хәрәкәттең башҡарылыу ваҡытын, рәүешен, урынын, сәбәбен, маҡсатын белдереүсе һөйләм киҫәге нисек атала? А) эйә; Б) хәл; В) аныҡлаусы; Г) тултырыусы. 4. Б ер төрлө һорауға яуап биргән һөйләм киҫәктәре нисек атала? А) баш киҫәктәр; Б) тиң киҫәктәр; В) эйәрсән киҫәктәр; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 5. Һөйләмдең тиң киҫәктәре араһында ниндәй тыныш билдәһе ҡуйыла? А) һыҙыҡтар; Б) ике нөктә; В) өтөрҙәр; Г) бер ниндәй ҙә тыныш билдәһе ҡуйылмай. III вариант. Билдәләнгән һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге була? Яңы уҡыу йылы башланды. А) аныҡлаусы менән эйә; Б) эйә менән хәбәр; В) хәл менән хәбәр; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 2. Тыныш билдәһе дөрөҫ ҡуйылған һөйләмде тап. А) “Өйгә эшеңде эшләп бөттөңмө” – тип һораны әсәйем. Б) “Өйгә эшеңде эшләп бөттөңмө! ” – тип һораны әсәйем. В) “Өйгә эшеңде эшләп бөттөңмө ”, – тип һораны әсәйем. Г) “Өйгә эшеңде эшләп бөттөңмө? ” – тип һораны әсәйем. 3. Күп нөктәләр урынын а һөйләм дең ниндәй киҫәген ҡуйырһың? Мин яңы. . . . . . . . . . . . . . һатып алдым. А) эйә; Б) тултырыусы; В) аныҡлаусы; Г) хәл. 4. Хәбәр һөйләмде билдәлә. А) Ниндәй матур көн! Б) Бөгөн көн ниндәй буласаҡ? В) Көндәр аяҙ һәм йылы тора. Г) Хәбәр һөйләм юҡ. 5. “Синтаксис һәм пунктуация” бүлеге нимәне өйрәтә? А) Һөйләмдәрҙе; Б) Тыныш билдәләрен; В) Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе; Г) Һөйләмдәрҙе һәм тыныш билдәләрен. 2- се тест. Фонетика. Лексика. Һүҙъяһалыш. I вариант. Телмәрҙең иң ҡыҫҡа берәмеге нимә? А) һөйләм; Б) һүҙ; В) һүҙбәйләнеш; Г) текст. 2. Баш ҡорт телендә яһалышы буйынса ниндәй һүҙҙәр булалар? А) тамыр; Б) яһалма; В) ҡушма; Г) тамыр, яһалма, ҡушма. 3. Өндәрҙе ниндәй төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр? А) яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар: Б) ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар; В) парлы һәм парһыҙ тартынҡылар; Г) һуҙынҡылар һәм тартынҡылар. 4. Башҡорт телендә нисә тартынҡы өн бар? А) 29; Б) 28; В) 27; Г) 38. 5. Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? А) 42; Б) 43; В) 41; Г) 46. II вариант. Ним ә ул алфавит? А) Өндәрҙең бер тәртиптәге теҙеме; Б) Хәрефтәрҙең бер тәртиптәге теҙеме; В) тартынҡларҙың бер тәртиптәге теҙеме; Г) һуҙынҡыларҙың бер тәртиптәге теҙеме. 2. Тамыр һүҙҙең һуҙынҡыһы ҡалын булһа, ялғауҙа нимә яҙыла? А) тик ҡалын һуҙынҡылар; Б) тик нәҙек һуҙынҡылар; В) ҡалын һуҙынҡылар ҙа, нәҙек һуҙынҡылар ҙа; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 3. Һүҙ нимәгә ҡарап ижектәргә бүленә? А) тартынҡы өндәргә ҡарап; Б) ирен һуҙынҡыларына ҡарап; В) һуҙынҡыларға ҡарап; Г) яңғырау тартынҡыларға ҡарап. 4. Алфавитта егерме беренсе булып ниндәй хәреф килә? А) у; Б) о; В) ө; Г) ы. 5. Өндө сағылдырмаған хәрефтә р ҙе билдәлә. А) а, ы; Б) г, в; В) ь, ъ; Г) з, с. III вариант. Ялан, яҡшы һүҙҙәрендә нисә хәреф, нисә өн бар? А) 4 х әреф, 4 өн; Б) 4 хәреф, 6 өн; В) 4 хәреф, 3 өн; Г) 4 хәреф, 5 өн; 2. Ҡайһы яуапта һүҙҙәр дөрөҫ яҙылған? А) төҙөлөштө, көлкөлө, ҡотолоуы, ҡотолдоҡ; Б) төҙөлөште, көлкөлө, ҡотолоуы, ҡотолдоҡ; В) төҙөлөштө, көлкөлө, ҡотолоуо, ҡотолдоҡ; Г) төҙөлөштө, көлкөле, ҡотолоуы, ҡотолдоҡ; 3. Яһалма һүҙҙәр генә бирелгән яуапты билдәлә. А) урман, һунарсы, урман- тауҙар; Б) урмансы, һунарсы, урман- тауҙар; В) урмансы, һунарсы, урманлыҡ; Г) урманда, һунарсы, урманлыҡ. 4. Дауа, һауа, ҡыуа һүҙҙәрендә нисә һуҙынҡы өн бар? А) 3; Б) 2; В) 1; Г) д ө р өҫ яуап юҡ. 5. Ирен һ у ҙ ын ҡ ылары ғына бирелгән яуапты билд әлә. А) а, о, у, ы; Б) о, у, ы, и; В) а, о, у, и; Г) о, ө, у, ү. 3- сө тест. Исем. I вариант. Предметтың атамаһын белдергән һүҙ төркөмө нисек атала? А) һан; Б) алмаш; В) исем; Г) сифат. 2. Исемдәрҙең күплек ялғауҙары бирелгән яуапты билдәлә. А) - сы/ - сө, - лар/ - ләр, - ҙар/ - ҙәр; Б) - лар/ - ләр, - ҙар/ - ҙәр, - тар/ - тәр, - дар/ - дәр; В) - лар/ - ләр, - даш/ - таш, - лыҡ- лек; Г) - лыҡ/ - лек, - сы/ - се, - даш/ - дәш. 3. Исем яһаусы ялғауҙар бирелгән яуапты билдәлә. А) - с ы/ - сө, - лар/ - ләр, - ҙар/ - ҙәр; Б) - л ар/ - ләр, - ҙар/ - ҙәр, - тар/ - тәр, - дар/ - дәр; В) - л ар/ - ләр, - даш/ - таш, - лыҡ/ - лек; Г) - л ыҡ/ - лек, - сы/ - се, - даш/ - дәш. 4. Китабым, китабың, китабы исемдәренең ялғауын билдәлә. А) эйәлек килеш ялғауы; Б) эйәлек заты ялғауы; В) хәбәрлек заты ялғауы; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 5. Баламын, балаһың исемдәренең ялғауын билдәлә. А) эйәлек килеш ялғауы; Б) эйәлек заты ялғауы; В) хәбәрлек заты ялғауы; Г) дөрөҫ яуап юҡ. II вариант. Исемдәр нимәләр менән үҙгәрә? А) зат, һан, килеш; Б) зат, һан; В) зат, килеш; Г) зат, һан, заман. 2. Ниндәй исемдәр теге йә был предметтың кемгә йәки нимәгә ҡарағанлығын аңлата? А) хәбәрлек затындағы исемдәр; А) эйәлек затындағы исемдәр; Б) эйәлек килештәге исемдәр; В) дөрөҫ яуап юҡ. 3. Исемдең хәбәр урынында ҡулланылыуы нисек атала? А) хәбәрлек заты; А) эйәлек заты; Б) ҡылым; В) дөрөҫ яуап юҡ. 4. Ниндәй килештәрҙең билдәле һәм билдәһеҙ төрҙәре була? А) төп һәм эйәлек килештәрҙең; Б) эйәлек һәм төбәү килештәрҙең; В) төбәү һәм төшөм килештәрҙең; Г) Эйәлек һәм төшөм килештәрҙең. 5. Эш- хәрәкәттең башланып киткән урынын й ә ки бөтөндән айырылған өлөштө, киҫәкте аңлатҡан килеш нисек атала? А) төшөм килеш; Б) сығанаҡ килеш; В) урын- ваҡыт килеш; Г) эйәлек килеш. III вариант. Әлфиә китап уҡый. Бирелгән һ өйләмдә исемдәр ниндәй һөйләм киҫәге ролен үтәй? А) эйә, аныҡлаусы; Б) тултырыусы, аныҡлаусы; В) эйә, тултырыусы; Г) эйә, хәбәр. 2. Хат яҙҙым, хат башы һүҙбәйләнештәрендә хат һүҙе ниндәй килештәрҙә ҡулланылған? А) төп һәм эйәлек килештәрҙә; Б) төшөм һәм эйәлек килештәрҙә; В) төп һәм сығанаҡ килештәрҙә; Г) төп һәм төшөм килештәрҙә. 3. Әсәйемдең, атайымдың тигән исемдәрҙә ниндәй ялғауҙар бар? А) эйәлек заты һәм эйәлек килеш ялғауҙары; Б) эйәлек заты һәм төбәү килеш ялғауҙары; В) эйәлек заты һәм урын- ваҡыт килеш ялғауҙары; Г) эйәлек заты һәм хәбәрлек заты ялғауҙары; 4. Күплек ялғауҙары дөрөҫ бирелгән яуапты билдәлә. А) яҙҙар, Вәлиләр, таксиҙар; Б) яҙлар, Вәлиҙәр, таксиҙар; В) яҙҙар, Вәлиҙәр, таксилар; Г) яҙҙар, Вәлиҙәр, таксиҙар. 5. Тауҙарҙа аҡ ҡар ята. Һ өйләмдә ҡалын хәреф менән исемдең яһалышын билдәлә. А) яһалма; Б) тамыр; В) ябай; Г) ҡушма. 4- се тест. Сифат. I вариант. Предметты ң билдәһен белдергән һүҙ төркөмө нисек атала? А) һан; Б) ҡылым; В) сифат; Г) ҡылым. 2. Сифат яһаусы ялғауҙарҙы күрһәт. А) - дар/ - дәр, - лы/ - ле; Б) - лы/ - ле, - сан/ - сән, - даш/ - тәш; В) - тай/ - тәй, - тар/ - тәр; Г) - ыс, - ҡы/ - ке, - и, - аль, - ль. 3. Ниндәй сифат дәрәжәләре үтә, сөм, дөм, ғәжәп кеүек киҫәксәләр ярҙамында яһала? А) төп дәрәжә; Б) сағыштырыу дәрәжәһе; В) артыҡлыҡ дәрәжәһе; Г) аҙһытыу дәрәжәһе. 4. Ҡайһы сифаттар дәрәжәләрҙә үҙгәрмәй? А) тамыр сифаттар; Б) төп сифаттар; В) шартлы сифаттар; Г) бөтәһе лә үҙгәрә. 5. Ялҡау, эшлекһеҙ, булдыҡһыҙ мәғәнәләре буйынса ниндәй сифаттар? А) антоним сифаттар; Б) синоним сифаттар; В) омоним сифаттар; Г) дөрөҫ яуап юҡ. II вариант. Ниндәй һүҙ төркөмө ҡайҙағы? ҡасанғы? ҡайһы? Һорауҙарына яуап бирә? А) рәүеш; Б) ҡылым; В) сифат; Г) алмаш. 2. Сифаттар ҡайһы осраҡта һан, эйәлек заты, килеш менән үҙгәрәләр? А) һөйләм эсендә; Б) исем урынында килгәндә; В) исемде асыҡлап килгәндә; Г) исемдән һуң килгәндә. 3. Ниндәй сифаттар һүҙҙәрҙе парлау, бәйләү, ҡабатлау юлы менән яһала? А) ҡушма сифаттар; Б) тамыр сифаттар; В) яһалма сифаттар; Г) шартлы сифаттар. 4. Ниндәй сифаттар предметтың урыны, ваҡыты йәки уның нимәнән яһалыуы яғынан билдәһен белдерә? А) ҡушма сифаттар; Б) тамыр сифаттар; В) яһалма сифаттар; Г) шартлы сифаттар. 5. Уртаҡ мәғәнәле йәки мәғәнәләре яҡын булған сифаттар нисек атала? А) антоним сифаттар; Б) синоним сифаттар; В) омоним сифаттар; Г) дөрөҫ яуап юҡ. III вариант. Ауылды бейек- бейе к тауҙар, ҡалын урмандар уратып алған. Бирелгән һөйләмдәге сифаттарҙың яһалышын билдәлә. А) тамыр һәм яһалма сифаттар; Б) ҡушма һәм яһалма сифаттар; В) ҡушма һәм тамыр сифаттар; Г) ҡушма сифаттар. 2. Егәрленең ҡулы ете. Мәҡәлдә ҡулланылған сифаттың ялғауын билдәлә. А) эйәлек заты ялғауы; Б) эйәлек килеш ялғауы; В) сифат яһаусы ялғау; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 3. Егәрленең ҡулы ете. Мәҡәлдә ҡулланылған сифат һөйләмдең ниндәй киҫәге булып килгән? А) аныҡлаусы; Б) тултырыусы; В) эйә; Г) хәл. 4. Беҙҙең баҡсала аҡһыл, күкһел, ҡыҙғылт сәскәләр үҫә. Бирелгән һөйләмдәге сифаттарҙың дәрәжәһен билдәлә. А) сағыштырыу дәрәжәһе; Б) артыҡлыҡ дәрәжәһе; В) аҙһытыу дәрәжәһе; Г) төп дәрәжә. 5. Сифаттар дөрөҫ яҙылған яуапты күрһәт. А) ап- аҡ, иң- ҙур, бәләкәй генә, ҡыҙғылт; Б) ап- аҡ, иң- ҙур, бәләкәй генә, ҡыҙ- ғылт; В) ап- аҡ, иң ҙур, бәләкәй генә, ҡыҙғылт; Г) ап- аҡ, иң ҙур, бәләкәй генә, ҡыҙғылт; 5- се тест. Һан. I вариант. 1. Ниндәй һүҙ төркөмө п редметтың иҫәбен, һаналыу тәртибен белдерә? А) сифат; Б) һан; В) алмаш; Г) рәүеш. 2. Яһалышы буйынса һандар нисек бүленә? А) тамыр һәм яһалма һандар; Б) тамыр һәм ҡушма һандар; В) ябай һәм ҡушма һандар; Г) яһалма һәм ҡушма һандар. 3. Ниндәй һандар нисәшәр? күпмешәр? һ орауҙарына яуап бирә? А) сама һандары; Б) бүлем һандары; В) рәт һандары; Г) үлсәү һандары. 4. Ниндәй һандар- әү/ - ау ялғауҙары ярҙамында яһала? А) сама һандары; Б) бүлем һандары; В) йыйыу һандары; Г) рәт һандары. 5. Алтыға берҙе ҡушып һан ун булмай. . . ( Аҡмулла. ) Бирелгән һөйләмдә ге аҫтына һыҙылған һандар ниндәй ялғау ҡабул иткән? А) зат ялғауы; Б) килеш ялғауы; В) күплек ялғауы; Г) дөрөҫ яуап юҡ. II вариант. Нисә? к үпме? һорауҙарына яуап биргән һүҙ төркөмө нисек атала? А) сифат; Б) рәүеш; В) Һан; Г) алмаш. 2. Ҡушма һандар нисә һүҙҙән тора? А) ике; Б) өс; В) бер- ике: Г) бер нисә һүҙҙән. 3. Төрлө предметтарҙы ауырлығы, ҙурлығы һәм башҡа билдәләре буйынса айырып күрһәткән һандар нисек атала? А) сама һандары; Б) бүлем һандары; В) рәт һандары; Г) үлсәү һандары. 4. Ҡайһы осраҡта һандар зат һәм килеш менән үҙгәрә? А) исем урынында килгәндә; Б) исемде асыҡлап килгәндә; В) бер ваҡытт а ла үҙгәрмәй; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 5. Һандарҙың нисә төркөмсәһе бар? А) биш; Б) алты; В) ете; Г) һигеҙ. III вариант. Бер кеше бәхете икенсегә булмай. Бирелгән мәҡәлдәге аҫтына һыҙылған һан һөйләмдең ниндәй киҫәге була? А) эйә; Б) аныҡлаусы; В) тултырыусы; Г) хәбәр составында. 2. Туғыҙыңда ни булһа, туҡһаныңда ла шул булыр. Мәҡәлдәге һандарҙың ялғауҙарын билдәлә. А) күплек һәм II зат ялғауҙары; Б) I зат һәм урын- ваҡыт килеш ялғауҙары; В) күплек һәм килеш ялғауҙары; Г) II зат һәм урын- ваҡыт килеш ялғауҙары. 3. Һигеҙ йәштәге холоҡ һикһән йәшкә тиклем. Мәҡәлдәге һандарҙың яһалышын билдәлә. А) яһалма; Б) ҡушма; В) ябай; Г) тамыр. 4. Алтмыш. . . . . . . . . . алға атла, алты. . . . . . . . . . . . артыңа ҡара. Мәҡәлгә төшөп ҡалған үлсәү һүҙҙәрен ҡуй. А) тапҡыр, тапҡыр; Б) аҙым, тапҡыр; В) мәртәбә, мәртәбә; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 5. Һандарҙың дөрөҫ яҙылған осрағын билдәлә. А) 1сентябрь, 2- се рәт, 2015/ 16 у ҡ ыу йылы, 5- әр бала, VI класс; А) 1- се сентябрь, 2- се рәт, 2015/ 16 уҡыу йылы, 5- әр бала, VI класс; А) 1сентябрь, 2- се рәт, 2015/ 16 уҡыу йылы, 5- әр бала, VI- сы класс; А) 1сентябрь, 2- се рәт, 2015/ 16- сы уҡыу йылы, 5- әр бала, VI класс; 6- сы тест. Алмаш. I вариант. 1. Алмаш ниндәй һүҙ төркөмдәре урынында ҡулланыла? А) исем урынында; Б) сифат, һан урынында; В) б ашҡа һүҙ төркөмдәре урынында ла; Г) бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ. Алмаштар н индәй һорауҙарға яуап бирәлә р? А) кем? нисек? Б) ни эшләй? ҡайһы? В) ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштыра, шул һүҙ төркөмөнөң һорауына; Г) дөрөҫ яуап юҡ. 3. Н индәй үҙенсәлектәренә ҡарап, алмаштар төркөмсәләргә бүленәләр? А) һорауҙарына ҡарап; Б) аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап; В) яһалыу үҙенсәлектәренә ҡарап; Г) әйтелеү үҙенсәлектәренә ҡарап. 4. Алмаштар һөйләмдә ниндәй һөйләм киҫәге була алалар? А) эйә; т ултырыусы; Б) аныҡла усы; В) хәл; Г) бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ. 5. Нисә алмаш төркөмсәһе бар? А) биш; Б) ете; В) һигеҙ; Г) алты. II вариант. Нисек? һорауына яуап биргән алмаштар һөйләмдә ниндәй функция башҡара? А) аныҡлаусы; Б) хәл; В) тултырыусы; Г) эйә. 2. Билдәләү алмаштары бирелгән яуапты билдәлә. А) бөтә, былай, әллә кем, һис кем; Б) һәр бер, кемдер, теләһә ҡайҙа; В) һәр, бөтәһе, үҙ, барлыҡ; Г) һәммәһе, бөтәһе, минең. 3. Минекен, һинекен алмаштарының ниндәй килештә булыуҙарын билдәлә. А) эйәлек килештә; Б) төшөм килештә; В) төбәү килештә; Г) урын- ваҡыт килештә. 4. Ул, был алмаштары урын- ваҡыт килештә нисек үҙгәрә? А) улда, бында; Б) ула, была; В) унда, бында; Г) унда, былда. 5. Алмаштарҙың телмәрҙәге ролен билдәлә. А) телмәрҙе байыта; Б) һөйләмдәрҙе бер- береһенә бәйләй; В) бер һүҙ төркөмөнөң йыш ҡабатланыуынан ҡотҡар а; Г) бөтә яуаптар ҙа дөрөҫ. III вариант. 1. Ялҡауға эш өйрәтһәң, ул һиңә аҡыл өйрәтер. Бирелгән м әҡәлдәге аҫтына һыҙылған алмаш тың ялғауын билдәлә. А) зат ялғауы; Б) төшөм килеш ялғауы; В) төбәү килеш ялғауы; Г) урын- ваҡыт килеш ялғауы. 2. Һин һорама, мин әйтмәйем. Мәҡәлдә алмаштар ниндәй функция башҡарған? А) хәбәр; Б) тултырыусы; В) хәл; Г) эйә. 3. Яуызлыҡ ҡылһаң, язаһын үҙең күрерһең. Мәҡәлдәге алмаштың төркөмсәһен билдәлә. А) зат алмашы; Б) эйәлек алмашы; В) билдәләү алмашы; Г) билдәһеҙлек алмашы. 4. Кемдәрҙәлер, ниҙәрҙәлер алмаштарының ялғауҙарын билдәлә. А) урын- ваҡыт килеш ялғауы һәм икеләнеү киҫәксәһе; Б) күплек һәм урын- ваҡыт килеш ялғауҙары; В) күплек ялғауы һәм икеләнеү киҫәксәһе; Г) күплек, урын- ваҡыт килеш ялғауҙары һәм икеләнеү киҫәксәһе; 5. Бер серек алма ……… то ҡ то серет ә. Күп нөктәләр урынына төшөп ҡалған алмашты ҡуй, уның төркөмсәһен билдәлә һәм яҙ. А) ошо; Б) бөтә; В) ул; Г) теләһә ҡайһы.

Коментарии
Иҫәнбаева Дилара Иҙрис ҡыҙы написано 2019-10-12 12:31:30
Ҙур рәхмәт!!!Һеҙгә һаулыҡ,ижади уңыштар теләп ҡалвм!!!
Ответить

Оставить комментарий: