a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

Кисәләр өсөн сценарийҙар

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2016-05-23 12:32:46

Документы для скачивания

“Көҙгө бал” кисәһе 5- се класс Кәбеҫтә инә Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Мин кәбеҫтә булам. Һеҙ мине ҡаранығыҙ, Ошолай үҫтерҙегеҙ. Кишер инә: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Нисек йәшәү, ни хәлдәр? Кәбеҫтә, һин дә бында Ә ҡайҙа һуған? Ул да бит миңә туған, Күрмәнеңме һин уны? Кәбеҫтә: Юҡ- юҡ, күрмәнем. Бына көҙ килде, Һин килдең, Бүтәнде мин күрмәнем. Һуған хәлһеҙ генә ишек шаҡый. Кәбеҫтә менән кишер уны алып инәләр. Һуған: Уф- ф, дуҫтарым. . . Уф- ф. Кәбеҫтә менән кишер: Ҡайҙа булдың? Ни эшләп йөрөнөң? Һуған: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Уф- ф, арыным. Кәбеҫтә: Ни эшләп һуң? Һуған: Мин йәй буйы Ер аҫтында ултырҙым Шунда арып, тирләп бөттөм. Уф- ф. Кишер: Йә етте! Уфтанырға ваҡыт ҡалманы Бөтәбеҙ ҙә бындамы? Ҡыяр ҡайҙа? Ҡыяр инә. Ул эре генә: Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Миңә ҡарағыҙ әле, Уңышлы булдым быйыл. Һуған, кишер, кәбеҫтә( бергә) : Ә беҙ? Беҙгә ҡара. . . Кишер: - Мин һинән матурыраҡ! Кәбеҫтә: - Мин һинән уңышлыраҡ! Һуған: - Мин һинән кәрәклерәк! Ҡыяр: Йә, ярай. Бөтәбеҙ ҙә бындамы? Тәгәрәп помидор килеп инә: Ми- ми. . . мине оноттоғоҙ бит Мин дә бында. Ниңә өндәшмәйһегеҙ, Әллә минән ҡурҡтығыҙ? Йәшелсәләр бергә: Юҡ, юҡ. Әйҙә, әйҙә Беҙ һәр ваҡыт бергә. Ҡосаҡлашып йырлайҙар: Беҙ үҙебеҙ – йәшелсәләр, Йөрөмәйбеҙ маҡтанып. Беҙҙе барыһы ярата, Ашай һәр саҡ ҡыуанып. Һай, баҡсаһы, баҡсаһы, Баҡсаһында барыһы. Унда үҫә йәшелсәләр, Өҙөп кенә алаһы. Тема: Маҡсат: Башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарына хас булған күркәм сифаттар хаҡында һөйләш еү, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваның шәхси миҫалында тәрбиә һәм белем алыу, тыйнаҡлылыҡ, итәғәтлелек кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләү. Дәрес барышы: Ойоштороу мәле. Төп өлөш. М. Кәримдең “Өс мөғжизә мине әсир алды. . . ” шиғырын уҡыйым. Өс мөғжизә мине әсир алды – Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше, Өс сер мине уйға, шомға һалды – Ер, йәнә күк, йәнә ҡатын кеше. Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға Төбө күренер бына асылыр ҙа. Ҡатын кеше генә Асылмаҫ сер, Тылсым булып ҡалыр асылында. Һорау. Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү объекты? Нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Тема: “А сылмаҫ сер бул һин, ҡатын- ҡыҙ! ” 2. Ҡунаҡ менән таныштырыу. - Беҙҙә ҡунаҡта яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар М. С. Бураҡаева. Ошо көндәрҙә ул оло шатлыҡ кисерҙе: С. Юлаев орденына лайыҡ булды. Форса ттан файҙаланып, һеҙҙе ҡотлайбыҙ. Халҡыбыҙға хеҙмәттә үткән ғүмерегеҙ артабан да тик шатлыҡ- ҡыуаныстарҙан, уңыштарҙан ғына торһон. Бөгөнгө байрам – ололар көнө менән дә ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Уҡыусы шиғыр уҡый “Ил инәһе” Ни өсөн бөгөнгө һөйләшеүгә нәҡ Мәрйәм апайҙы саҡырҙыҡ икән? Проблемалы һорау: Бөгөнгө ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәренә генә хас сер- ле лекте һаҡлай, күрһәтә беләме? Ошо һорауҙы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына бирәбеҙ. Әңгәмә өсөн һорауҙар: Һеҙгә бер танышығыҙ: “Һине студент сағыңда нисек күргәнмен – шулай инең. Нисә йыл ҡалала йәшәп, нисә бала әсәһе булып та толомоңдо һаҡлағанһың. Шуға аптыраным да, һоҡландым да”, - ти. Сәсегеҙ гел шулай оҙон, кешеләр һоҡланырлыҡ булдымы? Уны нисек тәрбиәләйһегеҙ? Һеҙгә әсәйегеҙ һәр ваҡыт: “Кейем – туҙа торған нәмә ул. Арзанлы булһа ла, таҙа, йылы кейенегеҙ. Яҡшы уҡығыҙ. Мәктәптең почет таҡтаһына кейем өсөн ҡуймайҙар”, - тигән. Бөгөн модалы кейенергә теләгән ҡыҙҙырға нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙ “Арғымаҡ” китабында “үҙтәрбиә” тигән төшөнсәне йыш телгә алаһығыҙ. Нисек була ул үҙтәрбиә? Ошо уҡ китапта “үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға кәрәк”, ти- һегеҙ. Һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙың хужаһы була алдым тип уйлайһы- ғыҙмы? Йомғаҡлау. “Үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға кәрәк. Шарттар һинең менән идара итмәһен, һин шарттарҙан өҫтөн бул, оҡшамаһа, үҙгәрт, үҙеңсә ҡулайла. Бөтә уңышһыҙлыҡты – яҙмышҡа; теге йәки был нәмәгә даланың булмауҙы – бәхетһеҙлеккә; үҙеңдең йүнһеҙлегең- де кешегә япһарып, һылтау эҙләп, кешенән ярҙам өмөт итеп, үҙеңә фәҡәт уңышһыҙлыҡ ҡына юрап, мыжып йәшәү тик бәхетһеҙлек кенә килтерә. Даими рәүештә үҙтәрбиә менән шөғөл- ләнгәндә генә рухи камиллыҡҡа һәм уңышҡа табан барырға мөмкин” М. Бураҡаева. 1. Һеҙгә бер танышығыҙ: “Һине студент сағыңда нисек күргәнмен – шулай инең. Нисә йыл ҡалала йәшәп, нисә бала әсәһе булып та толомоңдо һаҡлағанһың. Шуға аптыраным да, һоҡландым да”, - ти. Сәсегеҙ гел шулай оҙон, кешеләр һоҡланырлыҡ булдымы? Уны нисек тәрбиәләйһегеҙ? 2. Һеҙгә әсәйегеҙ һәр ваҡыт: “Кейем – туҙа торған нәмә ул. Арзанлы булһа ла, таҙа, йылы кейенегеҙ. Яҡшы уҡығыҙ. Мәктәптең почет таҡтаһына кейем өсөн ҡуймайҙар”, - тигән. Бөгөн модалы кейенергә теләгән ҡыҙҙырға нисек ҡарайһығыҙ? 3. Һеҙ “Арғымаҡ” китабында “үҙтәрбиә” тигән төшөнсәне йыш телгә алаһығыҙ. Нисек була ул үҙтәрбиә? 4. Ошо уҡ китапта “үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға кәрәк”, ти- һегеҙ. Һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙың хужаһы була алдым т ип уйлайһы ғыҙмы? Төп дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия- интернаты “ Башҡортостан – тыуған илгенәм ” темаһына класс сәғәте Үткәрҙе: 6- сы кластың етәксеһе Исмәғилева Г. И. 2013 йыл Маҡсат: Башҡортостан тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, шиғырҙар, мәҡәлдәр менән байытыу, тыуған илебеҙгә ҡарата оло һөйөү хистәре, илһөйәрлек, тоғролоҡ тойғолары тәрбиәләү. Дәрес барышы: Инеш өлөш. Р. Бикбаевтың “Башҡортостан бында башлана” шиғырын уҡыйым. Төп өлөш. Һорау: Уҡыусылар, ни өсөн бөгөнгө дәресте мин ошо шиғыр менән башланым? Яуап: Бөгөн дәрестә Башҡортостан тураһында һөйләшәбеҙ. Ни өсөн? 11 октябрь – суверенлы Башҡор т остан тыуған кө н. Нимә тураһында белергә теләр инегеҙ? Уҡыусыларҙың яуаптарынан сығып, маҡсатты билдәләү. - Суверенлы Башҡортостан Республикаһы тигәнде нисек аңлайһығыҙ? ( Яуаптар) Ошо республикаға бәйле ниндәй даталарҙы беләһегеҙ? 1990 йыл, 11 октябрь- БАССР Ю ғары Советы тарафынан Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тура- һында декларация иғлан ителә. 1992 йыл, 25 февраль- Баш ҡортостан Республикаһы – БР исеме ҡабул ителде. 1992 йыл, 12 октябрь- БР Юғары Советы тарафынан БР Дәүләт гимны, БР Дәүләт гербы ҡабул ителә. 1993 йыл, 12 декабрь- БР- ның беренсе Президентын һайлау М. Ғ. Р әхимов. 1995 йыл, 1 – 2 июнь – Өфө ҡалаһында Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы. - Ә нимә ул ҡоролтай? Ҡоролтай эргәһенә һәр кем был һүҙҙе нисек аңлауын бер һүҙ менән генә яҙа. Ҡасан үтте икән был ҡоролтайҙар, әллә улар бер нисә тапҡыр булдымы икән? се у ҡыусы алдан әҙерләгән сығышын һөйләй. се уҡыусы Ҡ. Аралбайҙың “Башҡорт Ҡоролтайына” шиғырын уҡый. Ҡоролтайҙар ни өсөн үткәрелә? Уларҙың маҡсатын билдәләйек. Илде, телде, милләтте һаҡлап алып ҡалыу; Сәнғәтте, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте үҫтереү, байытыу, һаҡлау; Күп милләтле республикабыҙҙа халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һаҡлау һәм нығытыу. М. Кәримдең “Россиянмын” шиғырынан өҙөк уҡыла. Мәҡәлдәрҙе дауам итергә Алтын- көмөш яуған ерҙән( тыуып- үҫкән ил артыҡ) . Мал ашаған еренә, ( ир тыуған иленә ҡайтыр) Туйған ерҙән( тыуған ил яҡшы) . Тыуан ерҙең туҙаны( ла ҡәҙерле) . Мал туйған ерен( ир тыуған илен онотмаҫ) Тағы ла ниндәй мәҡәл- әйтемдәр беләһегеҙ? Илебеҙ нимәгә бай, нимәләре менән дан тота? Уҡыусылар ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары, йылға- күлдәребеҙ тураһында һөйләйҙәр. Йомғаҡлау. Рефлексия. Бөгөнгө дәрестән үҙегеҙ өсөн нимә алдығыҙ? Тағы ла нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Күк уралды иңләп буйлап ята Аҫабалы ғәзиз еребеҙ. Шул ерҙәрҙә күкрәп сәскә ата Башҡортостан – тыуған еребеҙ. С. Ә. Галин( “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы) .

Коментарии
илгизэ написано 2018-12-01 19:37:50
ғәриптәр көнөнә бәләкәй генә сценарий кәрәк ине башҡортса
Ответить

Оставить комментарий: