a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

Ф.Иҫәнғоловтың "Хәмит күпере" хикәйәһе буйынса дәрес планы

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2019-02-10 14:25:05

Документы для скачивания

Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе алымдар Г. И. Исмәғилева, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия- интернаты уҡытыусыһы Фекер ләү һәләтен үҫтереү юлдары күп төрлө. Балаларҙ ың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре айырым урын алып тора. Уларҙы ҡыҙыҡлы, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәрһәк кенә уҡыусыла телебеҙгә һәм әҙәбиәтебеҙгә ҡарата һөйөү уята алабыҙ, ул мин был дәресте яратам, миңә унда ҡыҙыҡ, минең өсөн ул фәһемле тип килә сәк. Үҙемдең эш тәжрибәһенән сығып, “Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү” техноло гияһы н ҡулланыу дәрестәрҙе эффектлы итә, тип әйтә алам. Был технология баланы фекерләүгә һәләтле шәхес итеп үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәғлүмәттәрҙе тәнҡит күҙлегенән ҡабул итеү үҙе үк ижади фекерләүгә алып килә. Ошо тех нологияның бер- ике алымына туҡталып китмәксемен. Әҙә б иәт дәрестәрендә уңышлы ҡулланылған “Фишбоун ” алымы – ул балыҡ һөлдәһе рәүешендәге схема. Дәрестә яуап эҙләнәсәк проблем алы һорауҙы балыҡтың ба шына яҙып, өҫкө ҡылсыҡтарға ошо һорауҙы тыуҙырыусы сәбәптәрҙе, аҫҡа сәбәптәрҙе асыҡлаусы факттарҙы яҙырға кәрәк. Уҡыусы был схеманы тултырыу өсөн уҡый, эҙләнә, хаталана, хатаһын төҙәтә, аҙаҡ, һығымта ға килгәндә, үҙе өсөн ниндәй асыш яһағанын аңлай. Тағы ла бер уңышлы алым – “Э шмәкәрлек картаһы ”. Һәр уҡыусы дәре с барышында ошо картаны тултыра, тимәк, ул бер нисек тә эшләмәй һәм уйламай ултыра алмай. “ Эшмәкәрлек картаһы” ның бер өлгөһө: _ _ _ класс уҡыусыһы_ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ I. Минең маҡсатым: _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ II. Теманы үҙләштереүҙәге минең аҙымдарым: 1- се аҙым. Һорау ҡуйыу_ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ 2- се аҙым. Тема буйынса нимә белә инем? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ 3- сө аҙым. Нимә белдем? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ III. Рефлексия( һығымта) 1) Бөгөнгө дәрестәге ниндәй эш төрҙәре оҡшаны? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ 2) Бөгөн мин нимәгә өйрәндем? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ 3) Дәрестә нимә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ 4) Бөгөн үҙем өсөн ниндәй яңылыҡ астым? _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ _ IV. Үҙбаһа «_ _ _ » V. Уҡытыусының баһаһы “_ _ _ ” Мин был алымдарҙы дәрес темаһына яраҡлаштырып төҙөйөм, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәре нә ҡарап, уларға үҙгәрештәр индерәм һәм һис ике ләнмәйенсә баланың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү өсөн бик ҡулайлы алымдар тип әйтә алам. Түбәндә, әйткәндәремде дәлилләп, 5- се класта Ф. Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһен йомғаҡлау буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы – 2014” регион- ара конкурсы сиктәрен дә үткәрел гән дәрес планын тәҡдим итәм. “ Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте ” Маҡсат: - Ф. Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһенең йөкмәткеһенә бәйләп, хеҙмәт, уның кеше тормошондағы роле хаҡында әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, уйланыу, һығымталар яһау. - Уҡыусыларҙың тәнҡитле фекерләүе аша телмәрен үҫтереү, ижади һәләтен асыу; - Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, изгелекле булырға өйрәтеү. Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, эшмәкәрлек картаһы, төҫлө түңәрәктәр. Дәрес барышы. I. Психологик әҙерләү. Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн дәрескә мин һеҙҙең менән теләктәшлек, хеҙмәттәшлек күпере һалырға тигән изге ниәт менән килдем. Ә һеҙ ҙең ниәт тәрегеҙ ниндәй? Кәйеф булһа, иҫ китмәле шәп күпер һаласаҡбыҙ, тип уйла йым. Кәйефегеҙҙе төҫтәр ярҙамында күрһәтһәгеҙ ине. Алдығыҙҙа эшмәкәрлек картаһы ята. Дәрес барышындағы эшмәкәрлегегеҙҙе шул картаға яҙып барырһығыҙ. Хәҙер шуның өҫтөнә төҫлө түңәрәктәрҙең береһен һайлап алып һалығыҙ. Ул һеҙҙең дәрес башындағы кәйефегеҙҙе күрһәтеп торорға тейеш. Ниндәй төҫтәр була? Һынлы сәнғәт дәресенән иҫкә төшөрәйек. Уҡыусылар. Йылы, нейтраль, һалҡын төҫтәр була. Уҡытыусы. Ошонан сығып, кәйефте билдәләйек. Күк – эш кәйефе насар( һалҡын төҫ) Слайд Көл төҫө – әйтә алмайым( нейтраль төҫ) Ҡыҙыл – кәйефем яҡшы( йылы төҫ. ) Уҡыусы лар, үҙ кәйефтәрен билдәләп, төҫлө түңәрәк те күр һәтәләр. Уҡытыусы. Мин көл төҫөн һайланым. Әле дәрес башланып ҡына тора. Беҙҙең һөйләшеү килеп сығырмы тип, бер аҙ хафаланам. II. Мотивация. ( Слайдта шиғыр) Туған халҡыңа хеҙмәт ит, Көсөң бар саҡта ҡулда, Был тормоштоң шатлығы ла, Матурлығы ла шунда! ( М. Сөндөклө. ) Уҡытыусы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был шиғырҙы мин ни өсөн уҡыным? Яуаптар ярҙамында тема билдәләнә: Хеҙмәтенә күрә – хөр мәте. Уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә үҙ алдығыҙға ниндәй маҡсат ҡуйырһығыҙ? ( Уҡыусылар эшмәкәрлек картаһына яҙалар. Шунан сығып, дәрестең дөйөм маҡсаты билдәләнә. ) Маҡсатты дөйөмләштереү. - Ф. Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһенең йөкмәткеһенә бәйләп, хеҙмәт, уның кеше тормошондағы роле хаҡында әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, һығымталар яһау, оло тормошҡа әҙерлек күпере аша үтеү. - Уҡытыусы. Хикәйә нисек башлана? ( Яуаптар. ) Уҡытыусы. Вәлит менән Хәмит аталарын ерләгәс, баш ватырға керешкәндәр. Нимә тип баш ватҡандар? ( Текстан һорауҙы табып уҡыу) - Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, дәре стә беҙ ҙә ошо һорау ға яуап эҙләп ҡарайыҡ. Проблемалы һорау: Н исек кеше араһында кәм- хур булмаҫҡа? ( Уҡыусылар э шмәкәрлек картаһына яҙа лар. ) III. Ғәмәли эштәр. 1. Уҡытыусы. Һорау һеҙгә аңлашыламы? Кәм- хур тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ? ( Һүҙлек эше) А) Кәм һәм хур – бер- береһенә ҡарата синоним һүҙҙәр; Б) Был осраҡта улар парлау юлы менән яһ алған ҡушма һүҙ рәүешендә бирелгән. Уҡытыусы. Һ орауға яуап эҙләүҙе дауам итеү өсөн таҡтаға ҡарауығыҙҙы һорайым. Нимә күрәһегеҙ? ( Балыҡ) Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Был – б алыҡ һөлдәһе, фәнни телдә “Фишбоун” тип атала. Был – мин дәрестәрҙә ҡулланған “Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү” технологияһының бер алым ы. Уның менән эшләү минең уҡыусыларма бик оҡшай, һеҙгә лә оҡшар, тип уйлайым. Ошо схеманы тултырғас, беҙ “ Н исек кеше араһында кәм- хур булмаҫҡа? ” тигән һорауға яуап табырбыҙ. Балыҡтың башына ошо һорауҙы яҙабыҙ. Өҫкө ҡылсыҡтарға һорауҙы тыуҙырыусы сәбәптәрҙе – хикәйә геройҙары Хәмит менән Вәлиттең исемдәрен яҙайыҡ. Улар ошо аталары әйтеп ҡалдырған васыятты нисек үтәргә икән тип баш ваталар бит. Балыҡтың аҫҡы ҡылсыҡтарына уларҙың кеше араһында кәм- хур булмауҙы нисек аңлауҙарын – факттарҙы яҙабыҙ. ( Слайд. ) 2. “Фишбоун”. Өҫкө ҡылсыҡта беренсе – Хәмит, а ҫҡы ҡылсыҡта факттар: “ Й орт- ҡаралтыны нығытҡан, иген иккән, балта эше э шләгән, күпер һалған ”. Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ ҙә үҙебеҙҙең күперҙе һалайыҡ. 3. Ял минуты. Күпер һалам, күпер һалам, С лайд Ағасты йышып ҡуям. Туҡ- туҡ итеп ҡ аҙаҡ ҡағам, Күперҙә бейеп алам. 4. Балыҡ схемаһының өҫкө икенсе ҡылсығында – Вәлит, а ҫҡы ҡылсыҡта факт – “ исемен яҙа ”. Балыҡ схемаһының өҫ яҡтан өсөнсө ҡылсығында – Беҙ? ( Һүҙ һорау билдәһе менән яҙыла. Тимәк, һорау асыҡ килеш ҡаласаҡ, өйгә эш итеп тә биреләсәк. ) Уҡытыусы. Н исек кеше араһында кәм- хур булмаҫҡа? Был хикәйәне уҡығас, Хәмитт ең кешеләргә изгелек эшләүен, ә Вәлиттең изгелек эшләүҙе бөтөнләй икенсе төрлө аңлауын белдек. Һеҙ тормошта исемегеҙҙе ҡалдырыу өсөн нимә эшләй алаһығыҙ? ( Фекер алышыу. ) Уҡытыусы. Беҙҙең уҡыусылар исемдәрен үҙе ултырған партаға яҙып ҡалдырырға ярата. Һеҙ ҙә шулай эшләйһегеҙме? ( Фекерҙәр) Уҡытыусы. Әҙәбиәт дәрестәрендә изгелек эшләү, яҡшылыҡ тураһында күп әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар. Миҫалдар килтерегеҙ( Яуаптар. ) Уҡытыусы. Һ еҙ үткән дәрестәрҙә өйрәнгән әҫәрҙә изгелек эшләү тураһында һүҙ бармаймы ни? Һығымта: М. К әримдең “Өс таған” пов есындағы малайҙар изге эш – Кирәмәт тауын ҡотҡарыу эше менән булалар. Беҙ ҙә ҡулыбыҙҙан килгәнсе изге эштәр эшләп ҡалырға тырышайыҡ. Уҡытыусы. Уҡыусылар, тормошта үҙ исемен ҡалдырған кешеләр бармы икән? Һеҙ кемдәрҙе беләһегеҙ? ( Яуаптар) Уҡытыусы. Ни өсөн һеҙ уҡыған гимназия Ф. Мостафина исемен йөрөтә? ( Ф. Мостафина тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирелә. ) Балыҡ тың ҡо й роғона һығымта яҙыла: Исмаһам, бер файҙалы эш эшләйек. ( Хәмиттең һүҙҙәре) Уҡы усылар “Э шмәкәрлек картаһы ” на яҙып ҡуялар. Һөҙөмтәлә түбәндәге схема килеп сыға. Уҡытыусы. Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? “Исмаһам, бер файҙалы эш эшләйек. ”( Яуаптар) Эйе, һәр беребеҙ бер генә файҙалы эш эшләһәк тә, күпме яҡшылыҡ эшләнер ине. Яҡшылыҡ эшләүҙән ялҡмайыҡ. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. 5. Парҙарҙа эш. Карточкаларҙа м әҡәлдәр бирелә. Хикәйәнең йөкмәткеһенә тап килгән мәҡәлде һайл ап алырға, аңлатырға. Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға ташла, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер. Яҡшы кешенең исеме мәңгелек. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай. Тура әйткән ҡотолор, алдап әйткән тотолор. Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын. Әҙәм эше менән, ағас емеше менән. Һинең мәҡәлең: Карточкалағы а ҙаҡҡы эш эҙләнеүгә ҡоролған. Хикәйәнең йөкмәткеһенә тап килерлек мәҡәл уйлап сығарырға. ( Бер нисә парҙың эшен тикшереү, һығымта яһау. ) IV. Йомғаҡлау Рефлексия Уҡытыусы. Дәрестең башына әйләнеп ҡайтып, баяғы шиғыр юлдарына иғтибарҙы йүнәлтәйек. Туған халҡыңа хеҙмәт ит, Көсөң бар саҡта ҡулда, Был тормоштоң шатлығы ла, Матурлығы ла шунда! ( М. Сөндөклө. ) Эйе, был тормоштоң бар шатлығы ла, матурлығы ла халҡыңа, кешеләргә изгелек итеүҙә. Хикәйәләге Хәмит һалған күпер уның изге теләген, көс түккән хеҙмәтен, кешеләр өсөн эшләгән яҡшылыҡтарын киләсәк менән тоташтырыусы билге( символ) хеҙмәтен үтәһә, беҙ ҙә, х ыялда ғына булһа ла, күпер һалдыҡ. Ошо күпер, беҙҙең фекерҙәрҙе киләсәк менән тоташтырыусы бер символ булып, изге эштәргә әйҙәп торһа ине. Төрлө күперҙәр бар: исемлеләре, исемһеҙҙәре. . . Изгелек эшләп тә исемегеҙ билдәле булып китмәҫкә мөмкин. Дан, билдәлелек ке үек төшөнсәләрҙе алға ҡуйырға тырышмағыҙ. Иң мөһиме, тормошта кеше булып ҡа лығыҙ, хеҙмәттән йәм табып йә шәгеҙ. Хәҙер ҡулдарҙы ҡулдарға тотоношайыҡ. Өҫкә күтәрәйек. Ошондай көслө ҡулдар булғанда, бик күп изгелектәр эшләнәсәк әле. Минең быға иманым камил. Кәйефтәр нисек әле? ( Төҫлө түңәрәктәрҙе күтәрәләр. ) Был дәрес һеҙҙең иҫегеҙҙә ҡалырмы? Ни өсөн? ( Эшмәкәрлек картаһына яҙалар. ) 2. Уҡыусыларҙың дәрестәге эшмәкәрлеген баһалау. 3. Өйгә эш: 1. “Эш дәфтәре” һорауҙарына яуап бирергә. 2. Ф. Мостафина тураһында эҙләнеү эше( китаптар, интернет. ) 3. “Нисек тормошта кәм- хур булмаҫҡа? ” тигән һорауға, өлкәндәрҙән һорашып, кәңәштәрен яҙып алып килергә.

Оставить комментарий: