a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

Лексика.5-се класта башҡорт теле дәресе

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2016-05-18 19:44:37

Документы для скачивания

Баш ҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль район Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия- интернаты Муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы Номинация: Дәрестең методик кү р һәтмәһе( дәрес планы) Предмет: Башҡорт теле Тема Лексика Класс: 5 Үткә р ҙе: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы. 2016 йыл Маҡсат: “Лексика” бүлеге тураһында төшөнсә биреү, һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәһе, һүҙлектәр тураһында белешмәләр алыу; Аралашыу, фекерләүҙе үҫтереүсе күнекмәләр биреү, лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереү; Тыуған ер матурлығы аша хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү. Йыһазландырыу: Ноутбуктар, проектор Дәрес барышы: Психологик инеш. Сәләмләү; Дежурныйҙың отчеты. Кәйефтәрҙе билдәләү. Мотивация Шиғыр: Һүҙ Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек: Берәүҙәре тора ҡысҡырып, Икенсеһе – артыҡ баҫалҡы ла, Өсөнсөһө – хатта ҡурҡыныс. . . Тик барыбер һүҙҙәр донъяһына Кеше хужа, кеше аҡылы, Һүҙ бит үҙе кеше асылы һәм Кеше бөйөклөгө, ялҡыны. Йәшәһен һүҙ, бөйөк кеше һүҙе! Илһамлы һүҙ – әләм хаҡылыр. . . Әнүр Вахитов. Лексика һүҙенә аңлатма. ( һүҙлек) электрон дәреслек. Дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатты билдәләү. Тураһында мәҡәлдәр менән эш: Мәҡәлдәрҙә төшө п ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйырға. ( Нимәлә? ) тороу – ҙурлыҡ, ( нимәлә? ) тормау – хурлыҡ. Бауҙың оҙоно, ( нимәнең? ) ҡыҫҡаһы яҡшы. Мәҡәлдәрҙе уҡырға, хаталар табырға. Яман һүҙ – йән аҙығы. Яҡшы һүҙ ара боҙор. Интернеттан һүҙ тураһында мәҡәлдәр табырға. Һығымта: Ни өсөн һүҙҙәр тураһында өйрәнәбеҙ? Халыҡ аҡылы, халыҡ һүҙе – мәҡәлдәрҙә. Фонетик- артикуляцион күнегеү( тел сарлау) Ға- ға- ға – әйҙә киттек урманға, Шә- шә- шә – урманда еләк бешә. Ле- ле- ле – ауыҙ итәйек әле, Ге- ге- ге – ҡалай тәмле еләге. Ға- ға- ға – әйҙә киттек аҡланға, Шә- шә- шә – аҡланда бесән бешә. Ле- ле- ле – салғы алайыҡ әле, Де- де- де – сабайыҡ шул бесәнде. Нимә тураһында һүҙ бара? Йәй тигәс тә ниндәй ассоциациялар тыуа? Кластер Интерактив таҡтаға яҙырға. Лексик тема: йәй, йәйге эштәр( еләк йыйыу, бесән сабыу) Йәй һүҙе тураһында нимә яҙа алаһығыҙ, шуны яҙығыҙ. Һүҙлектән. . . Грамматик билдәләре. . . Йәй – исем, нимә? тамыр, уртаҡлыҡ, берлектә, төп килештә. Белемдәрҙе актуалләштереү. Сабайыҡ һүҙен дөрөҫ уҡырға. ( Туп менән ҡабатлау. ) Б- В, К- Г, Ҡ- Ғ; Иренләшкән һуҙынҡылар? Һаңғырау парҙарын атағыҙ: б- п, в- ф, г- к, ғ- ҡ, д- т, ҙ- ҫ, ж- ш, з- с. Р, л, м, н, ң, й, уы- талғын, сонор өндәр. Ошонда ҡулланылған ике һүҙбәйләнеш мине ҡыҙыҡһындыра. Табығыҙ әле. Улар тураһында ни әйтерһегеҙ? Аңлатыу. ( бешә һүҙе күп мәғәнәлә ҡулланылған) Әкиәтте тикшереү. Теманы үҙләштереү буйынса ғәмәли эштәр: Текст( Док камера) Салғымды янып алдым да бесән саба башланым. Арттағыларға ҡарайым дә ҡыҙа төшәм. Тирләгәнсе сабам. Арығас, туҡтап хәл алам да йәнә тотонам. Салғым аҫтынан сиңерткәләр осоп сығалар, күбәләктәр күтәрелә, ҡоштар сырҡылдаша. Минең уларҙа эшем юҡ. Аҡландың теге башына сыҡҡас, әйләнеп ҡараным. Егеттәр, ҡыҙҙар әллә ҡайҙа уҡ тороп ҡалғандар. 169- сы к үнегеү. Д. Бүләков Атайымдың ос һәнәге. Ике текст араһында ниндәй айырма бар? Һығымта Салғымды, я ныу; баку йҙарҙы, ҡайырып; манма, беләктәр Тәрбиәүи әңгәмә: йәйге эштәр, бесән мәле. Һүҙҙәр менән эшләргә. 2- се эш. Йәй, ҡояш, эҫе, йылға, ял итәләр һүҙҙәрен индереп бәләкәй текст төҙөргә. Синквейн. Лексика. Ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы, бай. Өйрәтә, күрһәтә, аңлата. Лексика – телдең һ үҙ байлығы. Тема. Рефлексия. Нимә белә инем? Нимә белдем? Бөгөнгө алған белемем миңә киләсәктә нимәгә кәрәгер? Өйгә эш( электрон журналда яҙыла) 172- се күнегеү; Һүҙең менән эшең бер булһын Карточкала эш. I вариант. Нимә ул лексика? А) Телмәр өндәре; Б) Телдәге бөтә һүҙ байлығы; В) Һүҙҙәрҙең яһалышы. 2. Һүҙҙең лексик мәғәнәһен нисек аңлатырға? А) Һүҙлектәр ярҙамында; Б) Текста ҡулланып; В) Аңлатып булмай. 3. Зат, һан, килеш ниндәй һүҙ төркөмөнөң грамматик мәғәнәһен күрһәтә? А) ҡылым; Б) Һан; В) Исем. 4. Тема буйынса өҫтәлмә мәғлүмәттәр. . . II вариант. Йәйге селлә һүҙбәйләнешендәге исемдең лексик мәғәнәһен аңлатырға. Ямғырҙан һуң йәйғор ҡалҡты. Һөйләмдән ҡылымды табып, грамматик мәғәнәһен билдәләргә. Яғымлы тигән сифатҡа мәғәнә буйынса яҡын булған һүҙҙәр табып яҙырға.

Оставить комментарий: