a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

Ғүмер шәмсырағы һүнмәһен.(Х.Назарҙың "Шәмсыраҡ"поэмаһы буйынса)11-се кл.

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2016-05-18 19:47:46

Документы для скачивания

Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы муниципаль район Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия- интернаты Муниципаль дөйөм белем биреү автоном учереждениеһы Номинация: Дәрестең методик күрһәтмәһе( дәрес планы) Предмет: Башҡорт әҙәбиәте Тема: Ғүмер шәмсырағы һүнмәһен. ( Х. Назарҙың “ Шәмсыраҡ ” поэмаһын анализлау) Класс: 11 Автор: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы. 2013 йыл Маҡсат: - Шағирҙың ижад биографияһын барлау, “Шәмсыраҡ” поэмаһының идея йөкмәткеһен анализлау; Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, бәйләнешле телмәр үҫтереү; Шағирҙың рухи донъяһын байҡағанда, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға, тормошто аңларға, яратырға өйрәтеү. Йыһазландырыу: Мультимедиа проекторы, компьютер, Хәсән Назарҙың китаптары. Дәрес барышы: Инеш өлөш. Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙы дәрестең маҡсаты менән таныштырыу. Төп өлөш. 1. Уҡытыусының инеш һүҙе: ( Эпиграф слайд та) - Күктәр шәмсырағы Ҡояш – берәү, Әҙәмдә лә түгел ике йән. Х. Назар. - Был юлдарҙан нимә аңлайһығыҙ? ( Уҡыусыларҙың яуаптары) - Тимәк, бөгөн гө беҙҙең һөйләшеүҙең темаһы? Уҡыусылар теманы билдәләйҙәр: Нимә ул ғүмер шәмсырағы? ( Слайд) 2. Иғтибарҙы тағы ла бер нәмәгә йүнәлтәбеҙ. Уҡыу йылын й омғаҡлау аттестацияһында был поэма буйынса һорау бар. Дәрес барышында уға ла яуап аласаҡтар. Һүҙлек менән эш: Нимә ул поэма? Поэма –( грекса – ижад итәм) – әҙәбиәттең лиро- эпик төрөнә ҡараған поэтик жанр. ( Слайд) Нимә ул шәмсыраҡ? ( Уҡыусыларҙың яуаптарынан кластер төҙөлә) Шәмсыраҡ – ут яҡтыһы бирә торған төрлө яҡтыртҡыс. ( Слайд) Башҡорт теленең һүҙлеге. II том. Поэманы ң идея йөкмәткеһен “Фишбоун” алымы менән анализлау. Слайд тан уҡыусылар схеманы һыҙып алалар. Поэманың йөкмәткеһе буйынса эшләү барышында схеманы тултыралар. Проблемалы һорау тыуҙырыу: Поэманы уҡып сыҡҡандан һуң ниндәй һорау өҫтөндә уйландығыҙ? Һорау балыҡтың башына яҙыла. Бөтә һөйләшелгәндәрҙән сығып яһалған һығымта балыҡтың ҡойроҡ өлөшөнә яҙыла. 145415033972500 Заман заңы Моң Тәңре Ғүмер шәмсырағы нимә ул? Шәмсыраҡ та булһа Ул ҡасан һүнмәй? һәр бер йөрәк, Хат Ер яҡтыраҡ, донъя яҡтыраҡ, Сәнғәт Тыуған ер Рух сәләмәтлеге Схеманы тултырғанда, шағирҙың ижад һәм ғүмер шә мсырағы тураһында һөйләшеп, кеше ғүмере хаҡында уйланыу сәбәбе н билдәләү. Йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыу сәбәптәре күп, әлбиттә, ә был осраҡта ул – хәҙмәт иткән саҡта ауылдан килгән хат. Ғүмер шәмсырағын мәңге һүнмәй янып торорлоҡ итеүсе сәбәптәр һәм уны тыуҙырған факттарҙы асыҡлап, әҫәрҙән миҫалдар менән дәлилләп, уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашалар, бәхәсләшәләр, һығымталар яһайҙар, шул уҡ ваҡытта схеманы тултыра баралар. Һығымта: Шәмсыраҡ та булһа һәр бер йөрәк, Ер яҡтыраҡ, донъя яҡтыраҡ. Һорау: - Һеҙ ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме? Шағирҙың ғүмер шәмсырағы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? ( Уҡыусылар шағир ижадының ҡоромаҫ шишмә булыуын билдәләйҙәр, китаптар күргәҙмәһен ҡар айҙар, бер уҡыусының шағир ижадының һәм ғүмер енең шәмсырағы мәңге янып, яҡтырып торасағын б илдәләп әҙерләнгән сығышын тыңлайҙар, һорауҙар бирәләр. ) Һығымтаны синквейн менән нығыталар. ( Схема слайд та) Уҡыусылар төҙөгән синквейндан бер өлгө: Ғүмер Ҡыҫҡа, ҡәҙерле. Үтә, уйландыра, үкендерә. Ул бер генә, ҡәҙерен бел генә – Һинеке генә. Түбәндәге һорауҙарҙы асыҡлау: Поэма эс ендәге хаттың йөкмәткегә тәьҫир көсөн билдәләргә? Поэманың аккорд өлөшөн билдәләгеҙ, фекерҙәрегеҙҙе дәлилләгеҙ. “Ғүмер шәмсырағы” темаһына эссе яҙыу. ( Эссены уҡыусылар ҡурай моңо аҫтында яҙалар. Ҡурай моңо – слайд та) Рефлексия: Дәрестә һөйләшелгәндәрҙән үҙең өсөн нимә алдың? Киләсәктә бөгөн үҙләштергәндәрең кәрәк булырмы? Йомғаҡлау. Баһалар ҡуйыу. Өйгә эш: Мин белмәйем, Йәштәр яҙамы ул, Хуп күрәме бындай хаттарҙы. Ә шулай ҙа ҡалһын ташҡа баҫылып Хәтирәһе ҡайтмаҫ саҡтарҙың. Х. Назар. ( Слайд) Поэманан алынған ошо һүҙҙәргә таянып, “Дуҫҡа хат” яҙырға, кире ҡайтмаҫ саҡтарҙың яҡты хәтирәһе булып һаҡланһын ул.

Оставить комментарий: