a2b2.ru
А2Б2 - Образовательный портал
Новости образования от A2B2

"Атай икмәге". Дәрес планы

Автор: Исмәғилева Гөлбаныу Ирек Опубликовано: 2021-03-30 18:34:53

Документы для скачивания

Тема. Фәрзән ә А ҡбулатова “ Атай икмәге. ” Маҡсат. Ф. Аҡбулатованың биографияһы менән танышыу, ” Атай икмәге” хикәйәһенең иде я- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларға икмәктең ҡәҙере тураһ ында аңлатыу; һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, эҙ л әнеү күнекмәләрен булдырыу. Йыһазландырыу: Ф. Аҡбулатованың портреты, икмәк, картуф һү р әттәре, презентация. Дәрес барышы. Ойоштороу мәле. Психологик уңай тыуҙырыу.  Һаумыһығы ҙ, балалар!  Тыштағы матурлы ҡҡа күҙ һалайыҡ. Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып, матур көнгә рәхмәт әйтеп баштарыбыҙҙы эйәйек. А яҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡ ояш ҡа һонолайыҡ. Бармаҡ остарына йылы бөтә т әнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан ап- аҡ ҡарҙан дәрт алабыҙ. Бер – беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар теләйек. - Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә! Фонетик- орфоэпик күнегеү. ( хор менән ҡабатлайҙар) Икмәк! Икмәк! Ошо ғорур һүҙҙе Ер йөҙөнән бер ни юя алмаҫ, Ошо һүҙҙә – бөтә тормош нигеҙе, Икмәк бул һа, тормош юғалмаҫ! Р әдиф Тимершин. ( Эпиграф уҡыла. ) Һә р бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын, Аңҡып торһон икмәк еҫтәре. Р әшит Шәкүр.  Бөгөн дәрестә Фәрзән ә А ҡбулатованың биографияһы менән ҡыҫҡаса танышырбыҙ һәм “ Атай икмәге” хикәйәһенең өсөнсө ө л өшөн үҙләштереп, анализларбыҙ. Өйгә эште тикшереү. Ф. Аҡбулатованың “ Атай икмәге” хикәйәһенең беренсе, икенсе өлөшөн уҡып килергә ине. ( Алдан әҙерләнгән ике уҡыусы Миҙхәт менән ҡустыһы Мотаһарҙың һөйлә шеүен сәхнәләштерә. ) Яңы теманы аңлатыу. - Число һәм теманы дәфтә р ҙәргә яҙабыҙ. 1. Әҫә р ҙе тасуири уҡыу.  Хә ҙ ер, у ҡ ыусылар, “ Атай икмәге ”х икәйәһенең өсөнсө ө л өшөн рольдәргә бүлеп уҡыйбыҙ. - Һүҙҙә р ҙе дәфтәргә яҙабыҙ Ял минуты. Әҫә р ҙе анализлау. Әңгәмә методы менән әҫә р ҙе анализлау. 1) Ә ҫә р ҙә ниндәй осор һүрәтләнә? Хәл – ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? Б өйөк Ватан һуғышы осоро. Хәл- ваҡиғалар Миҙхәт исемле малай исеменән һү р әтләнә. 2) Ә ҫә р ҙ ең башында ниндәй йыл миҙгел е һүрәтләнә? 3) Ғәлләм ағайҙың ғаиләһендә нисә кеше? Улар кемдә р? 4) Балалар ни өсөн ҡ ар ҙ а ялан ая ҡ уйнай ҙ ар? 5) Мотаһар ни өсөн илай? Ул нимә һорай? 6) Ми ҙ хәт ниңә Хә ҙ исә инәй ҙә р өйөнә бара? 7) Хә ҙ исә инәй ҙ ең өй өндә ниндәй ва ҡ иға була? Ни өсөн Миҙхәт картуф урынына ҡатыҡ алып ҡайта? 8) Ни өсөн Мотаһар картуф, көлсә һү р әттәре төшөрә? 9) Миҙхәтте ҡустыһының һү р әттәре ниңә тетрәндерә? ( ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) 10) Ми ҙ хәт ҡ устыһының үлемен нисек кисерә? ( ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ) Темаһын билдәләү. Әҫә р ҙә ниндәй тема күтәрелгән? Хикәйә икмәк ҡәҙере, ауыр һуғыш ваҡытындағы аслыҡ йыпдары тураһында. Проблеманы асыҡлау: Ниндәй проблемалар күтә рел ә? бөгөнгө көндә кешелә р, бигрәк тә йәштәр икмәктең ҡәҙерен белеп етмәйҙә р, ҡайһы бер уҡыусылар икмәкте иҙәнгә ташлайҙар, был бик йәмһеҙ күренеш, и кмәк һынығын ҡулға алғас ашап бөтө р өргә кәрәк, икмәкте баҫып ашарға ярамай. Әҫә р ҙең идеяһын билдәләү: Ә ҫәҙәң ниндәй идеяһы? икмәктең ҡәҙеренбелергә, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта икмәкһеҙ йәшә п булмай. Әҫә р ҙең жанрын билдәләү. Ә ҫә р ниндәй жанрға ҡарай? Хикәйә, сөнки сюжет бер хәл- вағиғағ а ҡоролған. Әҫәрҙә бер нисә генә герой һү р әтләнә. ( Миҙхәт, Мотаһар, әсәһе, атаһы) - Хәҙер халыҡ ижадын иҫкә төшө р әйек. Икмәк һүҙе мәҡәлдә р ҙә: Икмәкте хурлама, ҙ урла. Икмә к тоҙҙан баш тартма Икмәктән оло аш юҡ. Ҡара икмәккә туйған ас түгел. Икмәк –и л байлығы. Эшлеклене иген баҫыр, эшлекһеҙҙ е йоҡо баҫыр. Игенле ил – ҡеүәтле ил. Икмәк валсығын иҙәнгә, ергә төшөрмә, гонаһ булыр.  Икмә к тураһында экрандан шиғыр юлдарын уҡып китәйек. Өҫтәлдән бер валсыҡ төшө п китһә, Әсәй әйтер ине ашығып: “ Икмәктән һин оло булма, балам, Ғүмер итмәһәңдә асығып. ” Әсә балаһына ниҙә р өйрәткән? Һеҙ икмәкте нисек һаҡлайһығыҙ?  Баланың эшмәкәрлеген, хеҙмәтен баһалау. Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғә тһеге ҙме?  Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөнҙур рәхмәт. Б илдәләр ҡуйыу. Йом ғаҡлау. _ Ф. Аҡбулатованың “ Атай икмәге” хикәйәһен уҡып үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһем алдығыҙ? - Шулай итеп, Ф. Аҡбулатованың “ Атай икмәге” хикәйәһе тә р ән мәғәнәгә эйә. Ҡ ы ҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик кү п ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан ү л ә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде к үңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла ны ғыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй. Т ылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағ ылар ға ашарға – аҙыҡ – түлек, кейергә – кейем – һалым, йө р өргә техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ – зарлы хаттар ғына ебәрелмәне. Был хикәйәлә ауыр һуғыш йылдарында кешелә р ҙең аслыҡтан интегеүе, балаларҙың ауыр яҙмышы һү р әтләнә. Әҫә р ҙең төп мәғәнәһе: икмәк – иң ҡәҙерле аҙыҡ һәм ул бер ваҡытта ла үҙ ба һаһын юғалтырға тейеш түгел. “ Бөтә ғаилә йыйылып, табын ға ултырыр алдынан, күкрәктәренә терә п, ҡатындарҙың икмәк телгәнен күргәнегеҙ барҙыр? ! Күпереп торған аҡ ҡалас киҫеүе үҙе бер ҡыуаныс. Ш унда бер нәмәгә иғтибар итегеҙ: хужабикә, икмәк киҫеп бөткәндән һуң, өҫтәлгә ҡойолған валсыҡтарҙы һаҡлыҡ менән генә усына һепереп төшө р ә лә, бер бөртөгөн дә ә р әм итмәйенсә, ауыҙына ҡаба. Нимә был? ! Ҡытлыҡтанмы әллә һаранлыҡтанмы? Ю ҡ, тегеһе лә, быныһы ла түгел. Был – икмәккә табыныуҙан. ” Әнғәм Атнабаев. Өй эше. Өсөнсө өлөшөн уҡып, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә_ _ ИҒТИБАР! ! ! « Атай икмәге »н юғары уҡыу йортонда уҡыған йылдарҙа яҙғайным. Уны уҡыусылар бик яратып ҡабул итте. Ә яҙылыу тарихы былай. Минең ата й- әсәйем – һуғыш осоро балалары. Атайымдың ҡустыһы шул ваҡытта аслыҡтан үлеп ҡалған. Ул был ваҡиғаны тетрәндергес итеп һөйләй торғайны. Йәнә әҫә р ҙәге Мотаһарҙы йыйылма образ тип тә атарға була. Сөнки уға ҡ а ғылған аяныслы хәлдәр шул дәүерҙә һәр ҡайҙа булған бит, – тине Фәрзәнә апай. һеҙ Фәрзәнә Аҡбулатованың “ Атай икмәге” хикәйәһен өйҙә уҡып килергә тейеш инегеҙ. Әҫә р ҙәге герой реаль тормоштағы бер нисә кешенең яҙмышын, характерын үҙ эсенә йыя. - Ҡыҫҡаса был әҫә р ҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек ( уҡыусылар һөйләй)        - Һуғыш ул кешелеккә ҡаршы оло бер дошман һәм һәр беребеҙгә лә тыныслыҡ һағында тороу зарур.   Балалар, һеҙ балаларҙың һуғыш осоронда аслыҡтан миктәгәнен бәйән иткән тағы ла ниндәй әҫәрҙә р ҙе беләһегеҙ? ( Р әшит Солтангәрәйевтың “ Хамбал ” әҫәре лә ошо теманы күтәрә) - Эйе, афарин! Бына ошо китаптар күргәҙмәһендә лә Р әшит Солтангәрәйевтың “ Хамбал ” хикәйәһе бар, танышып сығырһығыҙ. - Балалар, һеҙҙ е ң уйығыҙса, ниңә әҫәр “ Атай икмәге” тип атала? ( Борон- борондан әсәй – усаҡ йылыһын һаҡлаусы, ул донъя биҙәге, матурлығы, ул йәшәү һәм ө м өт. Атай – ул ҡалҡан, тыныслыҡ, ул йәшәү. Ул малтабар, икмәк сәсеүсе, уны йорҡа алып килеүсе.  Әҫәр буйынса, Ғәлләм балаларына фронттан икмәк алып ҡайта. Ләкин бер балаһы( Мотаһар) һуғыш ар ҡаһында тыуған аслыҡтан мәрхүм булып ҡала. Балалар шат һәм бәхетле булыр өсөн икмәк бешереүсе  әсәйҙә р ҙә, икмәклек ондо алып ҡайтыусы атайҙар ҙа иҫән- һау булырға тейештер, тигән фекерҙәмен) Уҡыусылар, “ Атай икмәге” хикәйәһендә һеҙҙ е иң тетерәндергән урын ҡайһыһы булды? Текстан күҙҙәргә йә шт әр тығылған мәлдәрҙе уҡып ишеттерегеҙ әле. ( 1.   Миҙхәт һәм Мотаһарҙың картуфын Хәҙисә әбейҙең ейәндәренең ашауы.   Ниһәйәт картуф артынан барыр мәл етте. Миҙхәт күршеләренә дөбөр- шатыр барып инде лә урындыҡ өҫтөндә сыр- сыу килеп илашып ултырған балаларҙы кү р ҙе лә аптырыап туҡтап ҡалды. - Инәй, мин картуф ҡа  килгәйнем. . . - Һинме был, балаҡайым? Н имә тип кенә аҡланайым  икән һуң, Хоҙай Тәғәлә? Бынау ҡара йөҙҙәр мин урамдан ингәнсе бөтә картуфты мейестән ала һалып, ҡырып- һепереп   ашап бөткән дә ҡуйғандар бит) . 2. Мотаһарҙың ҡалтыран а- ҡалтырана ҡатыҡ тәгәсен ялауы шул тиклем тетрәндерҙе мине.  Был эпизодта бахыр баланың шул тиклем ас булыуы тасуирлана. Ул шул тиклем ас, хатта ҡатыҡты ағ а һына ла эсерергә онота. . . . Ә ағаһы тилмереп ҡустыһының ауыҙына ҡарап тороп ҡала. 3.   Ас Мотаһарҙың ҡағыҙға картуф ҡына төшө р өргә теләүе; көлсә һүрәтен төшөрөүе. 4. Мотаһарҙың үлемен ишетеп, ата кешенең, кисәге һалдаттың, Ғәлләмдең телһеҙ ҡалыуы, әсәһенең һығылып төшөүе)      - Афарин, балалар! Әйҙәгеҙ, хикәйә күтәргән идея тураһында һөйләшеп алайыҡ. ( Фәрзәнә Аҡбулатова әҫәрендә тыныслыҡ идеяһын күтәрә. Балалар аслыҡтан үлмәһен, иҫә н- һау булһын, ти ул, атай икмәге ашап үҫһен. )    -   Афарин! Тыныслыҡ – ул йәшәүҙең гаранты. Беҙ Тыуган еребеҙҙә тыныслыҡты күҙ ҡараһы итеп һаҡлайыҡ! Онота күрмәгеҙ: бөгөн Башҡортостанда 82 меңгә яҡын ветеран һәм уларға тиңләштерелгән кеше йәшәй, уларҙың алты меңгә яҡыны – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 23 меңд ән ашыуы – һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, 51 мең тыл хеҙмәтсәне һәм 205 концлагерь тотҡоно. Нисек уйлайһығыҙ, әҫә р ҙең кульминацияһы ҡайҙа? Кульминация нимә була әле ул? ( Кульминация ул-  әҫәрҙең иң көсөргәнешле мәле. Хикәйәлә ул Мотаһарҙың үлеме эпизодына тура килә) - Әҫә р ҙең сиселеше ҡайһы урында? ( Ғәлләмдең ҡайтыуы у л- әҫәрҙең сиселеше) .   Эйе. Әҫә р ҙәге герой реаль тормоштағы бер нисә кешенең яҙмышын, характерын үҙ эсенә йыя. 30 миллионлап ҡорбан килтергән был һуғыш һәр ғаиләнең, һәр кемдең яҙмышында ҡәһәрле ролен уйнаны.  Хикәйәлә һуғыш осорондағы балалар яҙмышы һү р әтләнә. Унда туғандарҙың үҙ- ара йылы мөнәсәбәте, бер телем ризыҡты ла бүлешә белеү, ҡыйын саҡта ярҙам итешеү, өлкәнерәгенең кесеһенә терәк- таяныс булыуы кеүек изге төшөнсәләр тетрәндергес ваҡиғалар аша асып бирелә. Автор шул р әүешле бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла нығыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбә р ҙе әйтмәй. Тылдағылар ең е ү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ- түлек, кейергә – кейем- һалым, йөрөргә – техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ- зарлы хаттар ғына ебәрелмәне. Һуғыш осоро балалары. . . Уларҙың кеме менән осрашһаң да- утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йө р әк түрҙәрендә һаҡлана.  Уҡыусыларҙың дәрестә ҡатнашыуын баһалау. Өйгә эш биреү. Өйгә эш:  “Тыныслыҡ – йәшәү нигеҙе” темаһына ирекле инша. ТЕСТ. Нимә ул һөйләм? А) Ике һүҙҙән тора; Б) Һорауҙы белдерә; В) Тамамланған уй- фекерҙе белдерә. 2. Нин дәй һөйләм ябай һөйләм тип атала? А) Эйә, хәбәр, аныҡлаусынан торған һөйләм; Б) Бер грамматик нигеҙҙән торған һөйләм; Б) Аныҡлаусы, тултырыусынан торған һөйләм. 3. Ниндәй һөйләм ҡушма һөйләм тип атала? А) Ике эйә, ике аныҡлаусынан торған һөйләм; Б) Ике йәки унан да күберәк грамматик нигеҙҙән торған һөйләм; В) Бер грамматик нигеҙҙән торған һөйләм. 4. Ҡушма һөйләм эсендәге ябай һөйләмдәр бер- береһенә А) интонация һәм ярҙамсы һүҙҙәр ярҙамында бәйләнә; Б) Аныҡлаусылар ярҙамында бәйләнә; В) Ике яуап та дөрөҫ түгел. 5. Башҡорт телендә һөйләмде дөрөҫ төҙөү өсөн А) Аныҡлаусыны мотлаҡ һөйләм аҙағына ҡуйырға кәрәк; Б) Тултырыусыларҙы төшөрөп ҡалдырырға кәрәк; В) Эйәне һөйләмдең башына, хәбәрҙе аҙағына ҡуйырға кәрәк.

Оставить комментарий: